Малакка боғаҙы

Малакка боғаҙы (мал. Selat Melaka, индон. Selat Malaka) — Малакка ярымутрауы (көнбайыш Малайзия) һәм Индонезияның Суматра утрауы араһындағы боғаҙ.

Иҡтисади әһәмиәте

Стратегик һәм иҡтисади яҡтан Малакка боғаҙы Суэц һәм Панама каналдары һымаҡ иң әһәмиәтле диңгеҙ юлдарының береһе булып тора. Был Һинд океанын Тымыҡ океан менән тоташтырыусы иң төп юл булып тора, уның аша донъялағы иң күп халыҡлы булған Һиндостан, Индонезия һәм Ҡытай араһында бәйләнеш тотола. Боғаҙ аша йылына яҡынса 50 мең суднолар үтә, улар төрлө баһалар буйынса бөтә диңгеҙ тауар әйләнешенең биштән бер өлөшөнән алып дүрттән бер өлөшкә тиклем тәшкил итә.

undefined

Боғаҙ аша Малайзия һәм Сингапурҙы Индонезия менән тоташтырыусы паромдар йөрөй.

Иҫкәрмәләр