Малала Юсуфзай
Малала Юсуфзай (12 июль 1997 йыл, Мингора)[3] — Пакистан хоҡуҡ яҡлаусыһы, бөтә донъяла ҡатын-ҡыҙҙарҙың белем алыуы өсөн сығыш яһай. 2012 йылдың 9 октябрендә хоҡуҡ яҡлау эшмәкәрлеге өсөн «Техрик-и-Талибан Пакистан» террористик хәрәкәте боевиктары уны ауыр яралай. Тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы лауреаты (2014).
Блогы
2009 йыл башында 11 йәшендә Юсуфзай Би-би-си өсөн алып барған блогы менән донъяла билдәлелек ала. Блогында ул талиптар режимы ваҡытында нисек йәшәүе, уларҙың Сват үҙәнен үҙ контроле аҫтына алырға тырышыуы, ҡыҙҙарҙың белем алыуын үҫтереүгә ҡағылышлы ҡараштарын яҙа. 2009 йылдың аҙағында Пакистан хәрбиҙәре боевиктарға ҡаршы көрәш башлай, һөҙөмтәлә талиптар Сват үҙәненән ҡыуыла. Был ваҡиғаларҙы блогында тасуирлағаны өсөн Малала Юсуфзай йыл һайын бирелә торған Милли Пакистан йәштәр тыныслыҡ премияһына дәғүәселәр араһында беренсе урынды ала.
Халыҡ-ара марксистик тенденция яҡлы, 2012 йылда Сватта был ойошма үткәргән йәйге мәктәп ҡатнашыусыһы[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Malala Yousafzai // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ Биография Малалы Юсуфзай. РИА Новости (10 октябрь 2013).
- ↑ Alan Woods. IMT sympathiser shot in Swat — Barbarism must not prevail!
Һылтанмалар
- Видеозапись речи Малалы Юсуфзай в ООН
- Биография и фотогалерея Малалы Юсуфзай
- Pakistani Girl Airlifted to Military Hospital (инг.)(инг.)
- Pakistani teen blogger shot by Taliban 'critical' after surgery (инг.)(инг.)
- Фото дня: Малала из Мингора. Общество. Русский репортёр (11 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2013. 2013 йылдың 26 октябрь көнөндә архивланған.
- Информация на сайте Нобелевского комитета (инг.)(инг.)