Малиновская София Иосифовна
Малиновская София Иосифовна (19 ғинуар 1920 йыл — 1994 йыл) — педагог. 1961—1974 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһының 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
Биографияһы
София Иосифовна Малиновская 1920 йылдың 19 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районының 1920 йылдарҙа бөткән Панковский утарында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1924 йылда ата-әсәһе артабан йәшәү өсөн Бәләбәй ҡалаһына күсенә.
1935 йылда ҡаланың 1-се урта мәктәбенең ете синыфын тамамлай һәм Бәләбәй педагогия училищеһына[1] уҡырға инә.
1938 йылдан Туймазы районында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
1938 йылдан Туймазы районында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
1942 йылдан — хәҙерге Бәләбәй районының Знаменка урта мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
1942 йылдан — Бәләбәй ҡалаһында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
1957 йылдан Бәләбәйҙең 1-се урта мәктәбендә уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире.
1961 — 1974 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһының 2-се урта мәктәбендә уҡытыусы һәм директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Бәләбәй педагогия колледжы.