Малыш (нәшриәт)

«Малыш» (рус. издательство «Малыш») — Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы нәшриәте. 1963 йылда «Детский мир» нәшриәте нигеҙендә ойошторола.

Тарихы

РСФСР Министрҙар Советының Матбуғат буйынса дәүләт комитетына ҡараған «Малыш» нәшриәте КПСС Үҙәк Комитетының РСФСР буйынса бюроһы һәм РСФСР Министрҙар Советының 1963 йылдың 16 октябрендәге ҡарары менән Мәскәүҙә РСФСР Министрҙар Советының 1957 йылдың 24 майындағы бойороғо буйынса Урындағы сәнәғәт министрлығының элекке «Росгизместпром» нәшриәте базаһында эшләй башлаған «Детский мир» нәшриәтен үҙгәртеп ҡороу нигеҙендә ойошторола.

Нәшриәт мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс мәктәп уҡыусылары өсөн китаптар, уйынсыҡ-китаптар, асылмалы һәм пластинкалы китаптар, ҡул эштәре өсөн әҙерләмәле һәм буяу өсөн альбомдар, өҫтәл баҫма уйындары һәм кубиктар сығара. Октябряттар өсөн йыл һайын «Йондоҙсоҡ» календары, шулай уҡ «Герой пионерҙар», «Олатай миҙалдары» китап сериялары һәм башҡалар нәшер ителә.

Китаптар сериялары

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Боронецкий И. Н. Издательство «Малыш»: равняясь на время // Учительская газета : газета. — М, 1981. — Вып. 20 января.
  • Боронецкий И. Н. Малышам немало нужно [О работе изд-ва «Малыш»] // Книжное обозрение : газета. — М, 1981. — Вып. 24 июля. — С. 9.
  • 25 лет издательству «Малыш» // Начальная школа : журнал. — М: Просвещение, 1982. — № 1. — С. 74.
  • Кантор Е. Выставка художников детской книги (О книгах издательства «Малыш»). — М : Советский художник, 1980. — Кн. Советская графика—78. — С. 287—289.
  • Михайлов М. «Малыш» шагает по планете: [О деятельности издательства «Малыш»] // Огонёк : журнал. — М, 1973. — № 48. — С. 22.

Категориялар