Мандарин

Мандари́н (лат. Citrus reticulata) — мәңге йәшел ҡыуаҡ, руталар (Rutaceae) ғаиләһендәге Цитрус (Citrus) төрө; мандарин ҡыуағының емеше.

Тыуған иле Ҡытай һәм Кохинхина; ҡырағай үҫемлек булыуы билдәһеҙ[1]. Европаға тик XIX быуат башында индерелә.

Mandarins - whole and halved.jpg

Үҫкән илдәре

Һиндостан, Индоҡытай илдәре, Ҡытай, Көньяҡ Корея һәм Япония. Шулай уҡ Урта диңгеҙ буйы илдәрендә Испания, Францияның көньяғында, Марокко, Алжир, Египте, Төркиәлә үҫтерелә; Әзербайжанда һәм Грузияла, АҠШта (Флорида), Бразилия һәм Аргентинала үҫтерелә[1].

СССРҙа Кавказда Ҡара диңгеҙ буйында Абхазияла һәм Сочиҙа үҫтерелә, был мандарин үҫтерелгән иң төньяҡ райондар тип иҫәпләнә. [2].

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә