Мандаринка (ҡош)

Мандари́нка[1] (лат. Aix galericulata) — өйрәктәр ғаиләһендәге ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Мандаринка — ҙур булмаған, 0,4—0,7 кг ауырлыҡтағы өйрәк. Ата ҡоштоң ҡауышыу осоронда биҙәлеше төҫлө ҡауырыйҙар менән айырылып тора. Ата ҡоштоң башында бүреге бар һәм инә ҡоштар асыҡ төҫтере менән айырылып тора. Ҡоштоң башҡа исемдәре лә бар — «мандарин өйрәге» йәки «ҡытай өйрәге»[2].

Таралыуы

Тереклек итеү рәүеше

Өйрәк урманлы тау йылғаларында, йылға буйындағы урмандарҙа тереклек итә. Мандаринка яҡшы йөҙә, һыу өҫтөндә ҡойроғон бер аҙ өҫкә күтереп ултыра. Һирәк сума. Етеҙ оса, ҡайһы саҡта тура өҫкә күтәрелә. Башҡа өйрәктәрҙән айырмалы булараҡ мандаринкана ағас ботағанда ҡунғанын йәки ҡаяла ултырғанын күрергә мөмкин. Мандаринка Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына керетелгән, һунар тыйылған. Декоратив ҡош булараҡ парктарҙа үрсетәләр.

Туҡланыуы

Үҫемлек емештәре, сәтләүек һәм һыу үҫентеләре менән туҡлана. Шулай уҡ моллюскалар, селәүсендәр һем балыҡ ыуылдарағы менән туҡлана.

Иҫкәрмәләр

  1. Коблик Е. А., Редькин Я. А., Архипов В. Ю. Список птиц Российской Федерации. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2006. — 256 с. ISBN 5-87317-263-3
  2. Брем А. Э. «Жизнь животных», 1937 г., том 4

Әҙәбиәт

  • Красная книга РФ М.: АСТ 2001

Һылтанмалар