Матей Казар
Матей Казар (словакса Matej Kazazir; 1983 йылдың 10 майында, Кошице, ЧССР-ҙа) — Словакия биатлонсыһы, Туринда һәм Сочиҙа Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионы. Карьераһын 2019 / 2020 йылдар миҙгелендә тамамланы.
Карьераһы
Биатлон менән 1993 йылда шөғөлләнә башлай — 2001 / 2002 йылдар миҙгелендә биатлон буйынса донъя кубогында дебют яһай. Мәрәйҙәрҙе 2007 / 2008 йылдар миҙгелендә йыйған. Бик күп донъя чемпионаттарында ҡатнаша. Сочиҙа Олимпия уйындарында масс-стартта 15-се урын алды, был спортсы өсөн иң яҡшы ҡаҙаныш булып тора.
Донъя кубогы этаптарында спортсының берҙән-бер подиумы 2011 / 2012 йылдар миҙгеленә тап килә. 2012 йылдың 10 февралендә Контиолахти ҙа Казар партнерҙары менән бергә ҡатнаш эстафетала өсөнсө булды.
Туғаны Матея Петер шулай уҡ биатлонсы булып тора һәм Словакия йыйылмаһына инә.