Матренин Антон Сергеевич

Матренин Антон Сергеевич (29 май 1985 йыл) — йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Самбо һәм дзюдо буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, билбаулы көрәш буйынса Рәсәй чемпионы (2011). Эшҡыур һәм меценат[1]. «Эспада» производство компанияһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры (2016). «Өфө» хоккей клубы" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма президенты (2021 йылдан)[2]. Башҡортостан Республикаһының 6-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018 йылдан)[3][4].

undefined

Биографияһы

Антон Сергеевич Матренин 1985 йылдың 29 майында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. Урта мәктәпте таммалағандан һуң юғары белемде Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында ала.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2006 йылда Башҡортостан буйынса Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығының 1-се Тәфтиш изоляторы федераль ҡаҙна учреждениеһында һаҡ бүлегенең кесе инспекторы булып башлай.

2008—2014 йылдарҙа «Регион-Ресурс» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директорының хужалыҡ буйынса урынбаҫары, директоры булып эшләй.

2016 йылдан «Эспада» производство компанияһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры.

2021 йылдан — «Өфө» хоккей клубы" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма президенты[3][4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

«ОПОРА РОССИИ» Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың Дөйөм Рәсәй йәмғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйестәше, Башҡортостан Республикаһының «Йәштәр инициативалары альянсы» йәштәрҙең төбәк хәйриә йәмәғәт ойошмаһы директоры, Башҡортостан Республикаһының Төнгө футбол лигаһы вице-президенты, «Геркулес» спорт клубы президенты, Башҡортостан хоккей лигаһы президенты, Санкт-Петербургтың билбаулы көрәш федерацияһы президенты. «Атайсал» проектында ҡатнаша[5]. Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты (2018). 2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты[3][4].

Ғаиләһе

Өйләнгән, тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләй[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесенең Рәхмәте
• Дәүләкән ҡалаһы, Әлшәй районы хакимиәттәренең Почёт грамоталары[3][4]
• Дәүләкән ҡалаһы МЧС-ының Почёт грамотаһы[4].

Ижады

  • Матренин Антон Сергеевич. «Самбо — моя жизнь». — Уфа, 2023.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә