Машуҡ
Машуҡ (рус. Машу́к) — Кавказ Минераль Һыуҙары төбәгендә Биштау буйының (Пятигорье) үҙәк өлөшөндә, Пятигорск ҡалаһының төньяҡ-көнсығышындағы ҡалдыҡ магматик тау (тау-лакколит). Бейеклеге 993,7 м. Тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Атамаһы
Атаманы ҡарт Эльбрус үлтергән Тау исемле кейәү егете өсөн илаған сибәр Машуко исемле ҡыҙ тураһындағы тау халыҡтары легендаһы менән бәйләйҙәр.
Ҡабарҙыса Машуко — «маш» — тары һәм «ко» — үҙән, йәғни тары сәселгән үҙән. Уларҙа хәҙер ҙә Машуковтар фамилияһы киң таралған.
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа тау Машуха исеме менән тасуирлана[1].
фарсы телендә һүҙ фарс. معشوقه (мағшуҡа) «ғашиҡ ҡыҙ» йәки «һөйәркә» тигәнде аңлата.
Провал күле
Тауҙың көньяҡ (көньяҡ-көнсығыш, йәғни Михайловский) битләүендә тәрән тәбиғи ҡоҙоҡ-ер аҫты күле булған мәмерйә — Пятигорск Провалы урынлашҡан. Уның тәрәнлеге 42 м һәм диаметры 15 м тиклем.
1858 йылда Мәскәү сауҙагәре П. А. Лазарик аҡсаһына яҡынса 58 м оҙонлоҡтағы горизонталь туннель һалына, уға Михайлов галереяһынан юл үткәрелә[2].
Провал Ильф һәм Петровтың «Ун ике ултырғыс» романы сюжетында урын алған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Динник Н. Я. Машуха // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Город Пятигорск. Коваленко А. Н. Ставропольский хронограф на 2005 год. Ставрополь, 2005. С. 209—226.
Һылтанмалар
- Машуха // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- МПРиООС СК: гора Машук 2023 йылдың 24 ғинуар көнөндә архивланған.
- Гора Машук. «Занимательное краеведение». Автор: Гниловской В. Г., 1974 год
- Гаазов В. Л. «Путешествие по ожерелью Северного Кавказа». — Ставрополь, 2004
- Гаазов В. Л. «Тропами Пятигорья»
- Веб-камера на горе Машук