Кавказ Минераль Һыуҙары
Кавказ Минераль Һыуҙары | |
Герб | |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3 |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1802 |
Беренсе яҙма телгә алыу | 1717 |
Дәүләт | |
Халыҡ һаны |
|
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Кавказ Минераль Һыуҙары (Кавминводы, КМВ) — Ставрополь крайында федераль әһәмиәттәге курорттар төркөмө; Рәсәй Федерацияһының координациялау администрацияһы булған махсус һаҡланыусы экология-курорт регионы[1].. Был төбәк менән туранан-тура дәүләт идаралығы Кавказ Минераль Һыуҙары администрацияһына йөкләнгән, уның рәйесе Ставрополь крайы губернаторы тәҡдиме буйынса Рәсәй Федерацияһы президенты тарафынан билдәләнә[2]
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында, Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәренән бер үк тиерлек алыҫлыҡта, Минераль Һыуҙар ауыш тигеҙлеге һәм Оло Кавказдың төньяҡ биттәре тоташҡан сиктәрендә урынлашҡан регион[3].
- Административ-территориаль торошо
500 мең гектарҙан артыҡ (5,3 мең кв. км) майҙаны булған Кавказ Минераль Һыуҙары Рәсәй Федерацияһының өс субъекты территорияһында тау-санитария һағы округы сиктәрендә урынлашҡан:
- Ставрополь крайы - регион майҙанының 58 % ;
- Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы(Тамбукан шифалы күле, Нарзандар үҙәне һәм башҡалар);
- Ҡарасай-Черкес Республикаһы — территорияның 33 % (һында минераль сығанаҡтар формалашҡан зона).
- Физик-географик тасуирламаһы (урынлашыуы)
Кавказ Минераль Һыуҙары районы Ставрополь крайының көньяҡ өлөшөн алып тора һәм Эльбрустан 20 саҡрым өҫтәрәк Баш Кавказ һыртының (Главный Кавказский хребет) төньяҡ биттәрендә урынлашҡан. Райондың көньяҡ биләмәләре — Эльбрус тауы итәктәре, Хасаут һәм Малки йылғалары үҙәне; көнбайышта — Эшкакон һәм Подкумок йылғаларының үрге ағымы; райондың төньяҡ сиге булып Минераль Һыуҙар ҡалаһы хеҙмәт итә, уның артынан Кавказ алды (Предкавказье) далалары башлана.
КМҺ ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
|
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Гранд Спа Юца» турист-рекреацион тибындағы махсус иҡтисади зона Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 3 февралендәге 71 номерлы ҡарары нигеҙендә Ставрополь крайы территорияһында төҙөлә. 2012 йылдың декабренән Ставрополь крайының «Гранд Спа Юца» туристик-рекреацион махсус иҡтисади зонаһы «Төньяҡ Кавказ курорттары» ААЙ-ы идаралыҡ иткән Төньяҡ Кавказ туристик кластерына индерелгән[5]..
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Кавказские Минеральные Воды//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ Постановление Правительства РФ от 6 июля 1992 года N 462Об особо охраняемом эколого-курортном регионе Российской Федерации — Кавказских Минеральных Водах
- ↑ Кавказские Минеральные воды
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ ОЭЗ на Ставрополье передана под управление Курортов Северного Кавказа
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кавказские Минеральные Воды//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Официальный сайт администрации Кавказских Минеральных Вод
- Официальный сайт администрации города Железноводска
- Железноводск. Кавказские Минеральные Воды
- Официальный сайт администрации города Пятигорска
- Официальный сайт администрации города Ессентуки 2012 йылдың 1 май көнөндә архивланған.
- Официальный сайт администрации города Кисловодска
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Анисимов С. С. Группа Кавказских минеральных вод: (Кисловодск, Пятигорск, Ессентуки, Железноводск, Кумагорск) — М.: Вопросы труда, 1926. — 95 с.
- Кавказские Минеральные Воды // Италия — Кваркуш. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — С. 122. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 11)., и см. там же схему-изображение «Кавказские Минеральные Воды (схема)»