Маяҡ (гәзит)

«Маяҡ» — ижтимағи-сәйәси гәзит.

Ойоштороусылары

Ойоштороусылары Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Илишинформцентр» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт-унитар предприятиеһы.

Тарихы

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә сыға. 1935 йылдың мартынан татар телендә «Еңеү таңы», шул уҡ йылдың июненән «Сталинсы», 1961 йылдан — «Коммунизм байрағы», 1963 йылдан — «Уңыш өсөн» исеме аҫтында нәшер ителә; 1965 йылдан алып татар телендә «Маяҡ», 2003 йылдан шул уҡ исем менән урыҫ, 2006 йылдан алып башҡорт телдәрендә сыға.

Маяҡ (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.