Мбабане

Мбаба́не (Mbabane) — Эсватининың баш ҡалаһы, Хохо округының административ үҙәге.

Mbabane.jpg

Халҡы — 95 мең кеше (2007).

Тарихы

XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башында ҡәлғә булараҡ нигеҙләнгән.

Климаты

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 24,9 24,5 24,1 22,6 21,4 19,3 19,8 21,3 23,2 22,8 22,5 23,7 20,8
Уртаса минимум, °C 14,9 14,5 13,4 11,0 7,9 4,7 4,6 6,6 9,5 11,3 12,9 14,2 10,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 253,2 224,6 151,6 87,9 33,8 19,4 20,1 35,1 69,4 141,9 197,8 206,9 1441,7

Иҡтисады

Автомобиль юлы аша тимер юлы менән тоташҡан, был тимер юлы Мапуту портына (Мозамбиктың баш ҡалаһы) йүнәлгән. Ҡалала аҙыҡ-түлек, еңел һәм металл эшкәртеү сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан, ауыл хужалығы сеймалы эшкәртелә. Мбабане эргәһендә асбест сығарыла.

Ҡалала шулай уҡ Эсватини фонд биржаһы һәм Эсватини университетының медицина факультеты урынлашҡан.

Туғандаш ҡалалар

Иҫкәрмәләр