Найроби

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Найроби

ингл. һәм суахили Nairobi

Nairobi Montage.jpg
Файл:Nairobi, view from KICC.JPG
Флаг Герб
Флаг Герб
1°17′ ю. ш. 36°49′ в. д.HGЯO
Ил Кения Кения
Провинция Найроби
Мэр Джордж Аладва
Тарихы һәм географияһы
Нигеҙләнгән 1899
Майҙаны 696 км²
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 1 661 м
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00
Халҡы
Халҡы 3 240 155[1] кеше (2010)
Тығыҙлығы 4655 кеше/км²
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды +254 20

nairobi.go.ke  (инг.)

Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Найро́би (ингл. һәм суахили Nairobi) — экватор янында урынлашҡан, Кенияның баш ҡалаһы, Көнсығыш Африканың иң эре ҡалаһы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Найробиҙың ер юлдашынан төшөрөлгән фотоһы

Элек ҡала урынында һаҙлыҡ булған. 1899 йыл бында уганда тимер юлы тәьмин итеүсе станция төҙөлгән. Был станция тимер юлының штаб-квартира вазифаһын үтәгән. Атамаһы ошо тирәләге һыу сығанағы исеменә бәйле. масай телендә яңғырашы Ewaso Nyirobi (Эвасо Найроби), башҡортсаға тәржемә итһәк, һалҡын һыу тигән мәғәнәлә. 1900 йыл был тирәне солғап алған биҙгәк бубон тағынынан һуң ҡаланы бөтөнләй яндырып бөтөрәләр.

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

I&M бакыһының Найробиҙағы штаб-квартираһы

Найробиҙа Найробий фонд биржаһы (NSE) урынлашҡан. NSE Африкала сауҙа күләме буйынса 4-се, баҙарҙы ВВП-ға ҡарата капиталлаштырыу мөнәсәбәттәре буйынса 5-се урындарҙы биләй[2].

Шулай уҡ Найробиҙа ҡайһы бер халыҡ-ара компаниеларҙың һәм ойошмаларҙың төбәк вәкиллектәре эшләй. Шулай 2007 йыл буына General Electric, Young & Rubicam, Google, Coca Cola, Zain и Cisco Systems перенесли свои африканские штаб-квартиры в Найроби[3][4].Шулай уҡ эре африка компанияларының да штаб-квартиралары бар.

Ҡалала кейем-һалым, текстиль, төҙөлөш материалдары, аһыҡ-түлек, эсемлектәр , сигарет етештерелә. Ҡалала шулай уҡ ҡайһы бер халыҡ-ара компанияларҙың заводтары урынлашҡан: Goodyear, General Motors, Toyota Motors, Coca Cola.

Туризм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туризм бигүк үҫешмәһә лә, ҡаланың иҫтәлекле урындары бар. Беренсе сиратта Найроби милли паркы. Уның уникаллеге шулай размерҙағы мегаполис янында урынлашыуы. Милли паркта 400 төр хайуан һәм ҡош йәшәй. Сафари буйлап йәйәү йөрөү - туристарҙың яратҡан шөғөлө.[5].

Найробиҙа бер нисә музей бар. Иң ҙурҙарынан береһе Кенияның милли музейы. Ул музейҙа homo erectus типиаталған малайҙың һөйәктәре һаҡлана. Икенсе бер иҫтәлекле урыны Найробиҙың тимер юл музейы һәм Карен Бликсен музейы.

Найробиҙы ҡайһы саҡ донъя сафарийы тип атайҙар. Күп кенә ҡала ҡунаҡханалары ошо йүнәлештә эшләй. Күп кенә биш йондоҙло отелдәр бар: Найроби Серена, Лайко Рейгенси (ранее Гранд-Рейгенси), Уиндор (Карен), Холидей Инн, Ист-Африкан Сафари Клуб (Лилиан Тауэрс), Стэнли Хотел, Сафари Парк энд Казино, Интерконтиненталь, Панари Хотел, Хилтон һәм Норфолк Хотел.

Тағы ла ҡалала Африкалағы иң ҙур һырғалаҡ (каток) — Солар Айс Ринк урынлашҡан. Был һырғалаҡ 2005 йыл асылған. Уның майҙаны яҡынса 15 000 м² һәм бер юлы 200 кешене ҡабул итә[6].Ҡаланың эре сауҙа селтәрҙәре булып Nakumatt, Uchumi һәм Tuskys тора.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 24,5 25,6 25,6 24,1 22,6 21,5 20,6 21,4 23,7 24,7 23,1 23,4 23,4
Уртаса температура, °C 18,0 18,6 19,4 19,1 17,9 16,3 15,4 15,8 17,1 18,6 18,1 18,0 17,7
Уртаса минимум, °C 11,5 11,6 13,1 14,0 13,2 11,0 10,1 10,2 10,5 12,5 13,1 12,6 12,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 64 57 93 219 177 35 18 24 28 55 154 101 1024
Сығанаҡ: WorldWeather.org

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Population Projections by Province  (инг.)
  2. Live Trading commences at Nairobi Stock Exchange 2008 йылдың 3 декабрь көнөндә архивланған.
  3. Business Daily General Electric moves Africa's hub to Nairobi. bdafrica.com. Дата обращения: 18 июнь 2007. Архивировано из оригинала 28 сентябрь 2007 года.
  4. Press Media Wire Cisco Inaugurates East African Headquarters in Nairobi. pressmediawire.com. Дата обращения: 20 июль 2008. Архивировано 12 февраль 2012 года. 2012 йылдың 15 февраль көнөндә архивланған.
  5. Kenya Wildlife Service – Nairobi National Park. kws.org. Дата обращения: 30 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 11 октябрь 2009 года. 2009 йылдың 11 октябрь көнөндә архивланған.
  6. BBC NEWS | World | Africa | East Africa’s ice skating first

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңылыҡтар

Башҡалар