Мережко Сергей Николаевич

Мережко Сергей Николаевич (10 август 1967 йыл) — хәрби, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, отставкалағы полковник, инженер, юрист. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән наградланған (2014). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2020). Салауат Юлаев ордены (2022) кавалеры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].

undefined

Биографияһы

Сергей Николаевич Мережко 1967 йылдың 10 авгусында Ырымбур өлкәһенең Ырымбур ҡалаһында тыуа. 1988 йылда Г. К. Орджоникидзе исемендәге Ҡыҙыл байраҡлы Ырымбур юғары зенит-ракета команда училищеһын тамамлай. СССР һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә командалыҡ вазифаларында хеҙмәт иткәндән һуң 1994—2002 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса һалым хеҙмәте органдарында эшләй[1]. Ошо йылдарҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында икенсе юғары белем алып, юрист һөнәренә эйә була (1997).

2002—2003 йылдарҙа РФ Финанстар министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль ҡаҙна идаралығында кадрҙар бүлеге начальнигы булып эшләй, һуңынан 2007 йылға тиклем Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортсотан Республикаһы буйынса Баш идаралығында хеҙмәт итә.

2008—2009 йылдарҙа — «Хоҡуҡи ярҙам үҙәге» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры.

Аҙаҡ бер йыл Транспорт тармағын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт автоюлын күҙәтеү идаралығында баш дәүләт инспекторы булып эшләй, һуңынан 2017 йылға тиклем шул уҡ ойошмала идаралыҡ начальнигы була.

2017 йылдан биш йыл дауамында ошо уҡ федераль хеҙмәттең Көнбайыш-Урал төбәк-ара идаралығында начальник булып эшләй

2022 йылдан — Транспорт тармағын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Волга буйы федераль округында төбәк-ара территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡара, һуңынан начальник урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Парламенттың Дәүләт ҡоролошо һәм урындағы үҙидаралыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[1][2].

Хәйриә эшмәкәрлеге

Оҙаҡ йылдар хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Рәсәй православ меценаттары клубының төбәк бүлексәһен оҙайлы ваҡыт етәкләй. Башҡортостанда һәм илдә ҡорамдар төҙөүҙә һәм реконструкциялауҙа ҡатнаша. Хәйриә эшмәкәрлеге өсөн өс патриарх наградаһы, митрополиттың өс грамотаһы, «Иман һәм изгелек өсөн» губернатор миҙалы, III дәрәжә изге Сергий радонежский ордены менән бүләкләнгән[3].

Ғаиләһе

Күп балалы атай: дүрт ҡыҙы, ике улы бар[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• III (2000) һәм II (2001) дәрәжә «Һалым полицияһындағы хеҙмәте өсөн» күкрәк билдәһе
• «Хеҙмәт өсөн» Рәсәй Федерацияһы Юстиция минитсрлығының III, II, I дәрәжә миҙалдары (2004—2006)
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2014)
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2020)
• Салауат Юлаев ордены (2022)
• «Ярҙам өсөн» Федераль ҡаҙна етәксеһе Р. Е. Артюхин миҙалы (2022)
• Бик күп Рәхмәт хаттары һәм Почёт грамоталары[1][2].