Минең илем — минең Рәсәйем
«Минең илем — минең Рәсәйем» (рус. «Моя страна — моя Россия») — ауылдарҙы, бәләкәй һәм ҙур ҡалаларҙы социаль-иҡтисади үҫтереүҙең авторлыҡ проекттары конкурсы[1]. Беренсе тапҡыр 2004 йылда үтә[2]. 2019 йылдан «Рәсәй — мөмкинлектәр иле» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма эгидаһында, РФ Фән һәм юғары белем министрлығы, РФ Мәғариф министрлығы, РФ Федераль Йыйылышы Федераль Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты, Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт, «Рәсәй мәғариф академияһы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында ойошторола[3][4].
Конкурсҡа 13 йәшкә тиклем, 14 йәштән 17 йәшкә тиклем, 18 йәштән 35 йәшкә тиклем, 35 йәштән өлкән йәш категориялары буйынса авторҙарҙың эштәре ҡабул ителә[5]. 2025 йылда 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлана[6].
Тарихы
Конкурс идеяһы 2003 йылда Рязандә үткән Бөтә Рәсәй йәштәр парламентаризмын үҫтереү буйынса семинарында формалаштырыла[4].
Беренсе тапҡыр конкурс 2004 йылда үтә, эксперт советы «XXI быуаттағы һинең ҡалаң» темаһына талиптарҙың эшен баһалай, улар ҡалаларҙың идара итеү системаһын камиллаштырыуға, иҡтисадтың аныҡ секторҙарын, шулай уҡ социаль һәм фәнни-педагогик өлкәне үҫтереүгә арнала[1].
2006 йылда Бөтә Рәсәй статусын ала, конкурстың төп бурыстары иҫәбенә йәштәрҙе социаль проектлау нигеҙҙәренә өйрәтеү, шулай уҡ илдең кадрҙар ҡеүәтен формалаштырыу инә[3].
2019 йылда конкурс «Рәсәй — мөмкинлектәр иле» (рус.)баш. автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма эгидаһында үткәрелә. Шуға бәйле ил президенты Владимир Путин уны «Рәсәй төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫешенең мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә йәш быуынды йәлеп итеү өсөн абруйлы, талап ителгән майҙансыҡ» булараҡ билдәләй[4].
Ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта: әгәр 2018 йылда 7 мең эш ҡабул ителһә, 2019 йылда — 35, 2025 йылда 100 меңдән ашыу[7].
Ҡатнашыусылар
Конкурста дүрт йәш категорияһы авторҙары ҡатнаша:
- 13 йәшкә тиклем;
- 14 йәштән 17 йәшкә тиклем;
- 18 йәштән 35 йәшкә тиклем;
- 35 йәштән өлкән.
Конкурс положениеһына ярашлы, эксперт советы барлыҡ эштәрҙе ҡарап, уларҙың араһынан 300 эште һайлап ала һәм авторҙарҙы яҡлауға саҡыра (дистанцион рәүештә)[3]. Һәр йәш категорияһында 1-3-сө урын алған еңселәр билдәләнә[3]. Баһалағанда эштең социаль әһәмиәте һәм уның Рәсәй президентының «2030 йылға тиклем осорға һәм 2036 йылға перспективала Рәсәй Федерацияһын үҫтереү милли маҡсаттары тураһында» указына тап килеүе, үҙ тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре булыуы, проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлеге ҡарала[3].
Бүләкләү Халыҡ-ара Петербург иҡтисади форумының (рус.)баш. Йәштәр көнө сиктәрендә үтә[5].
Конкурс еңеүселәре аҡсалата премия, вуздарға ингәндә өҫтәмә мәрәйҙәр, проекттарҙы мәғлүмәти оҙатыу ала[8].
Номинациялар
| Номинациялар | Төп аспекттар |
|---|---|
| «Минең илем. Минең тарихым. Минең Еңеүем» |
|
| «Минең ғаиләм: күсәгилешлек, ҡиммәттәр һәм мәғәнә» |
|
| «Минең күп милләтле Рәсәйем» (шулай уҡ «Минең тыуған телем», «беҙҙең илдәр туғанлығы», «Минең кәсебем» йүнәлештәрен үҙ эсенә ала) |
|
| «Минең ғорурлығым. Минең атайсалым (мнең ҡалам, минең ауылым)» (шулай уҡ «Минең атайсалым (минең ҡалам, минең ауылым)», «Минең Алыҫ Көнсығышым. Минең Арктикам» йүнәлештәрен үҙ эсенә ала) |
|
| «Минең педагогик инициативам» |
|
| «Минең һаулығым» |
|
| «Минең илемдең экологияһы» |
|
| «Минең ҡунаҡсыл Рәсәйем» |
|
| «Минең илемдең интеллектуаль милеге» (шулай уҡ «Төбәктәрҙе үҫтереүҙең һанлы мөхите», «Рәсәй төбәктәрендә интеллектуаль милек өлкәһендә мәғариф системаһын булдырыу һәм үҫтереү», «Яңы һанлы технологиялар һәм платформа хәл итеүҙәре күҙлегенән төбәк интеллектуаль милеге системаһын булдырыу һәм үҫтереү механизмдарын формалаштырыу», «Интеллектуаль милекте һаҡлау — тармаҡ үҙенсәлеге») |
|
| «Төбәктәрҙә граждандарҙың тормош сифатын күтәреү өсөн һанлы мөхит» |
|
| «Минең илемде ҙур технологик разведкалау» (шулай уҡ «Йыһанда һәм авиацияла инновациялар», «Алдынғы етештереү технологиялары», «Мәғлүмәт технологиялары һәм робототехника», «Сәнәғәт һәм энергетика», «Химия технологиялары һәм экология», «„Аҡыллы ҡала“ өсөн технологиялар һәм ижади технологиялар», «Медицина, био- һәм ауыл хужалыҫы технологиялары» йүнәлештәрен үҙ эсенә ала) |
|
| «Минең эшҡыуарлыҡ инициативам. Төбәкте үҫтереү өсөн креатив индустриялар» |
|
| «Транспорт. Минең илемдең бәйләнеш юлдары» |
|
| «Минең шәжәрәм ептәре» | балалар өсөн Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арналған махсус номинация. |
Етәкселек
• Дмитрий Турлаков — «Минең илем — минең Рәсәйем» конкурсының башҡарма дирекцияһы етәксеһе[9];
• Лариса Пастухова — фәнни етәксе, конкурс концепцияһы авторы[9];
• Галина Сорокина — конкурстың эксперт йәмғиәте координаторы[9]
• Владимир Берестецкий — конкурс сығарылыусылары ассоциацияһы координаторы[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 «Моя страна - моя Россия» - Всероссийский конкурс. moyastrana.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Проект Всероссийский конкурс "Моя страна - Моя Россия". dobro.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Положение о конкурсе "Моя страна - моя Россия". Моя страна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ 1 2 3 Путин: проекты на конкурсе "Моя страна - моя Россия" показали большой потенциал молодежи. TACC (8 июнь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ 1 2 Всероссийский конкурс «Моя страна — моя Россия» открыл прием заявок на новый сезон. Lenta.RU (4 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Российское историческое общество. Конкурс проектов по развитию городов и сёл «Моя страна — моя Россия» открыл приём заявок - Российское историческое общество. historyrussia.org (28 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Победителей конкурса «Моя страна — моя Россия» объявили на ПМЭФ. Взгляд (17 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Моя страна – моя Россия. Telegram (17 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ 1 2 3 4 «Моя страна - моя Россия» - Команда проекта. moyastrana.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |