Любарский Михаил Семёнович
Биографияһы
Михаил Семёнович Любарский Новосибирскиҙа 1950 йылдың 16 ғинуарында тыуған.
1973 йылда Новосибирск дәүләт медицина институтын тамамлай, һуңынан 1975 йылғаса — клиник ординатурала «хирург» һөнәре буйынса уҡый.
1975—1989 йылдарҙа — Новосибирск дәүләт медицина институтының госпиталь хирургия кафедраһы ассистенты.
1978 йылда «Нарушения микроциркуляции и гемокоагуляции при механической желтухе и их коррекция» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1989 йылда «Местное лечение сорбционными углеродминеральными препаратами гнойно-септических заболеваний» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1989—2015 йылдарҙа — клиник лимфология лабораторияһы мөдире (1989—1990), клиник лимфология бүлеге мөдире (1990—1993), РМФА-ның Себер бүлегенең эксперименталь һәм клиник ғилми-тикшеренеү институтында фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары (1993—2015).
2002 йылда — РМФА ағза-корреспонденты итеп һайлана.
2014 йыл — Рәсәй ФА ағза-корреспонденты.
2015 йылдың 28 майында вафат була.
Ғаиләһе
- атаһы — Любарский Семен Романович — Беренсе Удар армияһы округында баш хирургы, артабан — Себер хәрби округының баш хирургы.
- әсәһе — Любарская Клавдия Ильинична, РФ-ның атҡаҙанған табибы, Новосибирск ҡалаһының 11-се клиник дауаханаһ sys\ баш табибы.
- ҡатыны — Наталья Ивановна Любарская, табип-педиатр.
- улы — Семен Михайлович Любарский.
Фәнни эшмәкәрлеге
Академик Ю. И. Бородин нигеҙләгән Лимфология ғилми-тикшеренеү институтында клиник лимфологияның үҙенсәлекле методикаларын эксперимент юлы менән эшләй һәм нигеҙләй.
Күп кимәлле лимфодетоксикация концепцияһын эшләй.
500-ҙән ашыу фәнни эш авторы, шул иҫәптән 22 монография, 60-тан ашыу уйлап табыу авторы.
Уның етәкселегендә 60-тан ашыу кандидатлыҡ һәм 23 докторлыҡ диссертацияһы яҡланған.
Һайланма монографиялары
- «Местная сорбционная терапия перитонита» (1994)
- «Отеки конечностей (очерки по клинической лимфологии» (2004)
- «Синдром диабетической стопы (очерки по клинической лимфологии)» (2005)
- «Избранные вопросы гнойной хирургии» (руководство для врачей (2007)
- «Лимфотропные технологии в торакальной хирургии» (2008)
- «Эндотоксикоз, энтеросорбция, энтеросгель» (2008)
Наградалары
- Почет ордены (2002)[1]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1997)[2]
- Ҡырғыҙстан республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2008)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 13.02.2002 № 165. kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: декабрь 2019.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 02.05.1996 № 634. kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: декабрь 2019.
Һылтанмалар
- Профиль Михаила Семёновича Любарского РФА рәсми сайтында
- Врачебная династия Любарских (Новосибирская областная ассоциация врачей). noav.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: декабрь 2019.