Миңлеғолова Нурсилә Харис ҡыҙы

Нурсилә Харис ҡыҙы Миңгелғолова (рус. Нурсиля Харисовна Минигулова; 1965 йылдың 22 марты, Волков, Башҡорт АССР-ы) — ҡышҡы полиатлон менән шөғөлләнгән Рәсәй спортсыһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2021).

Биографияһы

Миңлеғолова Нурсилә Харис ҡыҙы 1965 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ының Өфө районы Волков ауылында тыуған.

1994 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

1993–2003 йылдарҙа ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында була. 1984 йылдан Өфө районының Алексеевка урта мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булып эшләй[1].

2021 йылдың 21 майында Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса Совет ултырышында Өфө районының Алексеевка мәктәбе физкультура уҡытыусыһы Нурсилә Миңгеловаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].

Спорттағы ҡаҙаныштары

  • Донъя чемпионы (1998, 2000, 2002);
  • 1998 йылғы донъя кубогын һәм 2001–2003 йылдарҙа Рәсәй кубогын яулаусы;
  • Донъя чемпионаттарының (1994) һәм Рәсәй чемпионаттарының (1999–2001, 2003) көмөш призёры;
  • Донъя кубогының (2001) һәм Рәсәй кубоктарының (1993, 1996, 1999, 2000) көмөш призёры;
  • Донъя кубогының (1996, 1999) һәм Рәсәй чемпионаттарының (1994, 1998) бронза призёр.[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2021)[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Миңлеғолова Нурсилә Харис ҡыҙы. Башҡорт энциклопедияһы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  2. Учитель физкультуры из Уфимского района удостоена государственной награды. Өфө районы муниципаль районы (24 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.

Һылтанмалар