Моравалағы Нове-Место ҡалаһы
Тарих
Яҡынса 1250 йылда ҡалаға Бочкем Обрани нигеҙ һала, ул шулай уҡ Ждяра-над-Сазовоуҙағы цистерциан монастырына ла нигеҙ һалыусы була. 1293 йылда беренсе тапҡыр король II Вацлавтың исемлегендә «Civitas Nova» исеме аҫтында телгә алына[7]
Иҫтәлекле урындары
Ҡалала яҡшы һаҡланып ҡалған тарихи үҙәк бар.
- Изге Кунигунда костелы, иң боронғо өлөшө XIV быуатта төҙөлгән.
- Успение Богородица зыярат сиркәүе (чех Kostel Nanebevzetí Panny Marie), 1596 йылда беренсе тапҡыр телгә алына.
- Новоместский замогы, 1589 йылда төҙөлә башлаған.
- 1555 йылда төҙөлгән иҫке ратуша.
- 1898 йылда нео-ренессанс стилендә төҙөлгән инжил сиркәүе.
Спорт
1934 йылда ҡала янында «Золотая лыжня Чешско-Моравской возвышенности» (чех Zlatá lyže Českomoravské vrchoviny) турниры үткәрелә. Ҡаланан төньяҡ-көнбайышҡа табан «Vysočina» биатлон комплексы урынлашҡан[8]. Был комплекста күп тапҡырҙар биатлон буйынса Еевропа кубоктары һәм Донъя кубоктары, ә 2013 йылда биатлон буйынса донъя чемпионаты үткәрелә.
2007 йылда ҡала тирәһендә велосипед спорты һәм ориентирлашыу спорты буйынса донъя чемпионаты[9], ә 2000 йылда — юниорҙар араһында донъя чемпионаты үткәрелә[10]. Ориентирлашыу буйынса донъя чемпионаты үткәреү урыны итеп ҡаланың спорт шарттарына ярашлы ҡыҙыҡлы урындары күп булғанға һайлағандар.
Билдәле шәхестәр
- Блажичек, Олдржих — рәссам-пейзажсы
- Маковский, Винцент — скульптор
- Штурс, Ян — скульптор
- Сабликова, Мартин — конькиҙа йүгереү буйынса олимпия чемпионы.
- Бради, Хана — йәһүд сығышлы чех ҡыҙы, холокост осоронда үлтерелә. 2002 йылда уның тураһында «Чемодан Ханы» тигән биографик китап яҙыла
- Земанова, Ивана — Чехия президенты Милош Земандың ҡатыны
- Отакар Ши — композитор, музыка педагогы, , теоретик. Чехия сәнғәте һәм фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы. Ике тапҡыр Чехословакия Дәүләт премияһы лауреаты (1937 һәм 1930).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Historický lexikon obcí České republiky 1869–2005 (чеш.): 1. díl / под ред. J. Růžková, J. Škrabal — ČSÚ, 2006. — 759 б. — ISBN 978-80-250-1310-6
- ↑ Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích - k 1. 1. 2022 (чеш.) — Praha: ČSÚ, 2022.
- ↑ 1 2 Реестр территориальной идентификации, адресов и недвижимости (RUIAN) Чехии
- ↑ 1 2 Český statistický úřad Výsledky sčítání 2021 – otevřená data (чеш.)
- ↑ Czech Statistical Office Malý lexikon obcí České republiky - 2017 — Czech Statistical Office, 2017.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 набор данных ISÚI — Czech Office of Surveying and Cadastre.
- ↑ История Нове-Место-на-Мораве. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2012. Архивировано 22 июль 2011 года. 2011 йылдың 22 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Схема биатлонного комплекса. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 5 июнь 2012 года.
- ↑
- ↑ 2000 World Orienteering Championiships Junior 2007 йылдың 8 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
На Викискладе есть медиафайлы по теме Нове-Место-на-Мораве- nmnm.cz (чешск.) — официальный сайт Нове-Место-на-Мораве
- Биатлон в Нове-Место-на-Мораве (чешск.)