Мороз Галина Ивановна
Мороз Галина Ивановна (8 апрель 1949 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1992 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала администрацияһының һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире урынбаҫары; Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты.
Биографияһы
Мороз Галина Ивановна 1949 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Түрешле ауылында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1976 йылда Ырымбур медицина институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1968 йылда шәфҡәт туташы булып башлай. 1976 йылда медицина институтын тамамлағас, Стәрлетамаҡ балалар кардио санаторийында табиб-ординатор, баш табиб булып эшләй. 1990—1992 йылдарҙа Стәрлетамаҡ үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1992 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала администрацияһының һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире урынбаҫары.[1]
Стәрлетамаҡ ҡалаһы 137-се Хоҙайберҙин һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы.[2]
Ғаиләһендә ике бала үҫтергәндәр.
Ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104