Москвитин Виктор Васильевич
Виктор Васильевич Москвитин (1923-1983) — механика өлкәһендә совет ғалимы, физика-математика фәндәре докторы, профессор, Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты деканы урынбаҫары.
Биографияһы
Типография эшсеһе ғаиләһендә тыуған[1]. 1941 йылда урта мәктәпте тамамлай, унда уның бабайы Александр Васильевич немец теленән уҡыта. Михаил өлкән ағайы менән бер класта уҡый.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1941 йылдың авгусынан армияла. 1942 йылдың июленән, Ташкентта хәрби училищены тамамлағандан һуң, хәрәкәттәге армияла. Сталинград һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдың ғинуарында ауыр йәрәхәттәрҙән һуң демобилизациялана. Сталинград һуғышында ҡатнашҡаны өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Демобилизацияланғандан һуң Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә(1943).
Өлкән ағаһы Михаил[2] 1944 йылда фронтта һәләк була[3].
1948 йылда — Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын, 1951 йылда факультет аспирантураһын тамамлай. Шунда уҡ уҡыта, 1952 йылдан — доцент, 1961 йылдан — профессор. Физика-математика фәндәре кандидаты (1951), диссертация темаһы «Вторичные пластические деформации в полых толстостенных цилиндрах». Физика-математика фәндәре докторы (1961), диссертацияһының темаһы «Упругопластические деформации при повторных нагружениях».
Механика-математика факультетының декан урынбаҫары.
5 фән докторы һәм 26 фән кандидаты әҙерләгән.
1983 йылда вафат була. Востряковский зыяратында ерләнгән.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары
Үҙгәреүсән йөкләнештә һығылмалылыҡ, һыҙыҡлы булмаған үҙле һығылмалылыҡ. Пластик материалдар классификацияһын бирә — циклик нығытылыусылар, циклик көсһөҙләнеүселәр, циклик идеал. Стационар булмаған йөкләнештә түбән цикллы арыу критерийын тәҡдим итә.
Библиография
«Пластичность при переменных нагружениях» (1965),
«Сопротивление вязко-упругих материалов применительно к зарядам ракетных двигателей на твёрдом топливе» (1972),
«Циклические нагружения элементов конструкций» (1981).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[4]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — Мәскәү университетының 225 йыллығы менән бәйле (1980).
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
Ҡыҙыҡлы факттар
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Москвитиндың ҡорһағы яралана. Уның һөйләүе буйынса, операция яһаусы хирург былай тигән: «Һинең яраларың А. С. Пушкиндыҡы кеүек, әммә Пушкин вафат булды, ә һин иҫән ҡалдың. Киреһенсә булһа яҡшыраҡ булыр ине»
Иҫкәрмәләр
- ↑ Люди земли Темниковской. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2015. [yes Архивировано] 22 декабрь 2015 года.
- ↑ Память народа
- ↑ Память народа
- ↑ Москвитин Виктор Васильевич Ст. лейтенант Сводная картотека
Әҙәбиәт
- Известия АН СССР. МТТ. 1984. № 2 (Некролог)
- Механика в Московском университете / Под ред. И. А. Тюлиной, Н. Н. Смирнова. — М.: Айрис-пресс, 2005. — 352 с. — ISBN 5-8112-1474-X.
- Московский университет в Великой Отечественной войне. — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — С. 354, 377. — 632 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.