Мухин

Мухин — славян фамилияһы. Ҡатын-ҡыҙҙы белдереү өсөн Мухина варианты ҡулланыла. Шулай уҡ топоним.

  • Мухин Владимир Иванович (1942—2021) — совет һәм Рәсәй архитекторы, архитектура өлкәһендәге ғалим, архитектура докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы, отставкалағы полковник. Хәрби архитектура тарихы һәм теорияһы буйынса белгес.
  • Мухин Виктор Андреевич (1949) — СССР һәм Рәсәй ғалимы һәм микология өлкәһендә педагог, биология фәндәре докторы (1991), профессор (1994). РФА Урал бүлеге Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010).
  • Мухин Виктор Сергеевич (1938) — ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2002), техник фәндәр докторы (1975), профессор (1978). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007).

---

  • Мухина Вера Игнатьевна (1889—1953) — совет скульптор-монументалисы. СССР Сәнғәт академияһы академигы (1947). СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1943). Биш тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1941, 1943, 1946, 1951, 1952).
  • Мухина Зинаида Григорьевна (1925—2013) — СССР-ҙың хеҙмәт алдынғыһы. 1941 йылдан Машиналар эшләү министрлығының Ф. Э. Дзержинский исемендәге Пермь машиналар эшләү заводы токарь-көйләүсеһе. КПСС-тың XXII съезы делегаты (1961). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Пермь ҡалаһының почетлы гражданы.