Мырҙағәлин Радмир Дамир улы

Мырҙағәлин Радмир Дамир улы (23 февраль 1958 йыл) — тележурналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1986)[1]. Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1993)[2].

Биографияһы

Радмир Дамир улы Мырҙағәлин 1958 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылында тыуған. 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында эш башлай, бында эшләгән дәүерендә төрлө вазифалар биләй, профессиональ һәм ижади яҡтан үҫешә: 1986 йылдан — өлкән мөхәррир, 1992 йылдан — ижади берекмә етәксеһе, 1999 йылдан — ТВ мәғлүмәт программаларының баш белгес координаторы, 2000 йылдан мәғлүмәт музыкаль радиотапшырыуҙар программаһының баш мөхәррире. 2002 йылдан алып «Башҡортостан» ТРК ДУП-ында: мәғлүмәт музыкаль радиотапшырыуҙар программаһының баш мөхәррире, 2003 йылдан — реклама мәғлүмәт үҙәгенең баш белгесе[1].

2007 йылда «Век» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә (Өфө) бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Радмир Мырҙағәлин ижтимағи-сәйәси һәм социаль темаларға телевизион тапшырыуҙар авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)

Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1993)