Мәжитов Ринат Марсель улы

Ринат Марсель улы Мәжитов (рус. Ринат Марселевич Мажитов1967 йылдың 18 сентябре, Өфө) — совет, Рәсәй бейеүсеһе, 1988—90 һәм 1995—2012 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2002) һәм халыҡ артисы (2009).

Биографияһы

1967 йылдың 18 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1988—1990, 1995—2012 йылдарҙа Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1992—1995 йылдарҙа «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы.

Бейеүсегә актёр оҫталығы, ихласлыҡ, сағыу темперамент хас. Башҡарыу оҫталығы юғары техника һәм тәьҫирлелек менән айырылып тора. Мәскәү һәм Санкт-Петербург концерт залдарында сығыш яһай. 1997 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә, 2001 йылда Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә, 2006 йылда БР көндәрендә Истанбул ҡалаһында, 2005 йылда Лондонда «Урыҫ ҡышы» фестивалендә ҡатнаша. Донъяның 15 иле буйлап гастролдәрҙә була[1].

Пенсияға сыҡҡандан һуң Р. М. Мәжитов Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында ат ҡараусы булып эшләй, ат темаһы менән бәйләнешен һаҡлап ҡала, был уның бейеү репертуары менән дә тап килә. Шулай уҡ ул фланкировка (шашка менән эшләү) менән шөғөлләнә.был уның өсөн хәрәкәт һәм сәхнә сағыулығы ихтыяжының дауамы була[2].

Репертуары

«Бүләк», «Ҡороҡсолар», «Һунарсы» («Перовский»), «Бангладеш ритмдары һәм көйҙәре» («Ритмы и мелодии Бангладеш»), «Төньяҡ амурҙары», «Ут егет», «Коряк бейеүе» («Корякский танец»), «Француз яулығы» бейеүҙәрен яңғыҙ башҡара[1].

Ғаиләһе

  • Атаһы — Мәжитов Марсель Исмәғил улы, бейеүсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Иҫкәрмәләр