Мәжлес

Мәжлес (ғәр. مجلس‎ — Majlis) — һүҙмә-һүҙ йыйылыш; рус. Меджли́с или маджли́с) — ҡайһы бер илдәрҙә (башлыса мосолман халыҡтарында) ҡануниәт-вәкәләтле органдың атамаһы (парламент), шулай уҡ ғөмүмән Халыҡ йыйылышы.

undefined

Ҡулланылышы

Термин ислам донъяһы менән тел йәки мәҙәни бәйләнештәре булған илдәрҙә административ, социаль йәки дини булһын, дөйөм мәнфәғәттәре булған төркөмдәр араһында төрлө типтағы махсус йыйылыштарҙы тасуирлау өсөн файҙаланыла.

Мәжлес шулай уҡ закондар сығарыу органына ҡарай ала һәм ислам мәҙәниәте өҫтөнлөк иткән ҡайһы бер дәүләттәрҙәге закондар сығарыу советтары йәки йыйылыштар атамаһында ҡулланыла[2]

«Мәжлес» термины шулай уҡ ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән һәм күңел асҡан айырым урынды билдәләү өсөн ҡулланыла[3].

Тарихы

Исламға тиклемге Ғәрәбстанда Мәжлес ҡәбиләләр советы була, унда ир-егеттәр дөйөм мәнфәғәт тыуҙырған ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнаша[4]. Советҡа юлбашсы (шәйех) етәкселек итә[5]. Хаҡ хәлифәт идара итеү осоронда «Мәжлес-әш-Шура» ойошторола. Мәжлес ул саҡта яңы хәлифә һайларға тейеш була. Әбү-л-Хәсән әл-Мәүәрди бәйән итеүенсә, мәжлес ағзалары өс шартты үтәргә тейеш була: улар ғәҙел булырға тейеш, яҡшы хәлифәне насар хәлифәнән айырырлыҡ белемгә эйә булырға тейеш, һәм иң яҡшы хәлифәне һайлар өсөн етерлек ғаҡылға һәм фекерләүгә эйә булырға тейеш[6].

Ғәмәлдәге мәжлестәр

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Representative List of the Intangible Cultural Heritage of Humanity, Liste représentative du patrimoine culturel immatériel de l’humanité, Lista Representativa del Patrimonio Cultural Inmaterial de la Humanidad (ингл.)
  2. "عن المجلس". Federal National Council (2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2021. Архивировано 1 август 2021 года.
  3. The Majlis Of The Future. Dubai City Guide (9 ноябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2021.
  4. Josef W. Meri, 2005, с. 171
  5. Ludwig W. Adamec, 2001, с. 271
  6. Hamma Mirwaisi, 2019, с. 503

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә