Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесе
Төркиәнең Бөйөк Милләт Мәжлесе (төр. Türkiye Büyük Millet Meclisi — TBMM) — Төркиә Республикаһының юғары бер палаталы закондар сығарыу органы (парламент), Мәжлес (төрөк. Meclis) тип кенә лә йөрөтәләр. 1920 йылдың 23 апрелендә Анкарала грек-төрөк һуғышы барғанда ойошторола.
Тарихы
Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесе 1920 йылдың апрелендә Төркиә конституцияһын ҡабул итеү маҡсатында ойошторола. Конституция 1921 йылдың ғинуарында ҡабул ителә.
Ҡоролошо
Парламенттың 550 депутаты дөйөм һайлауҙа партия исемлектәренә нисбәтле, шулай уҡ 85 һайлау округында дүрт йылға һайлана.
Халҡының һанына ярашлы, Истанбулға — 3 һайлау округы, ә Анкара менән Измирға 2-шәр һайлау округы инә.
Парламентҡа тауыштарҙың 10 проценттан ашыуын алған партиялар ғына үткәрелә.
Әлеге парламент спикеры Исмаил Ҡаһраман, ул 2015 йылдың 22 ноябрендә һайланған.
Составы
Һылтанмалар
- Официальный сайт 2018 йылдың 18 август көнөндә архивланған.