Мәзитов Шәфҡәт Әхмәтғәҙи улы
Биографияһы
Шәфҡәт Әхмәтғәҙе улы Мәзитов 1971 йылдың 25 июлендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Яңы Усман ауылында тыуған. Яңы Усман мәктәбенән һуң 2006 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт республика мәҙәниәт техникумын тамамлай.
- Хеҙмәт юлы
- 1993 йылдан — Яңы Усман мәҙәниәт йорто мөдире
- 1995 йылдан — аккомпаниатор
- 2000 йылдан — художество етәксеһе
- 2001 йылдан — Яңы Усман мәҙәниәт йорто директоры.
«Тарыуал» театрына[1] нигеҙ һалыусы һәм художество етәксеһе[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[3] (2020)
- Иң яҡшы ауыл муниципаль мәҙәниәт учреждениеларының һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренең Республика конкурсы еңеүсеһе (2019)
- «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» һөнәри оҫталыҡ муниципаль конкурсы еңеүсеһе (2017)
- Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы Маҡтау грамотаһы (2016)
- Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Республика комитеты президиумы Маҡтау грамотаһы
Һылтанмалар
Мазитов Шавкат Ахметгазиевич // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 329. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Матбуғатта
19 март 2021 йыл Шәфҡәт йыйҙы килен-еңгәләрен- Таң гәзите 3 март 2023 йыл Шәфҡәт еңеү менән ҡайтҡан
Иҫкәрмәләр
- ↑ [Тарыуал // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 507. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.]
- ↑ Народный театр «Тарыуал»
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Республики Башкортостан, № 41 2020 йылдың 29 июль көнөндә архивланған.