Мәмерйә сиркәүҙәре (Иваново)
Ивановола мәмерйә сиркәүҙәре (болг. Ивановски скални църкви, Ивановски манастир) — ҡаяларҙа уйып эшләнгән сиркәүҙәр, хөжрәләр комплексы. Русе ҡалаһынан (Болгария) 21 км көньяҡтараҡ урынлашҡан, Иваново ауылы менән йәнәш, Русенский Лом йылғаһының каньонынан 32 метр бейеклектә ята. 1979 йылда комплекс ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.
Тарихы
Комплекста монахтар XIII быуатта күсеп ултыра башлай. Монастырҙың иң үҫешкән ваҡытында унда 40-ҡа яҡын сиркәү һәм яҡынса 300 һөжрә иҫәпләнә. XVII быуаттан һуң монастырҙа кеше йәшәмәй һәм ҡоролмаларының күп өлөшө бөлгөнлөккә төшә.
Мәмерйә сиркәүҙәренән иң һаҡланғандары:
- Господев Дол сиркәүе— фреска һынлы сәнғәте менән биҙәлгән, йәнәш урынлашҡан монах бүлмәләрендә яҙыуҙар табылған, унда болгар батшаһы Иван Тертер ғүиеренең ҡалған өлөшөн ошо монастырҙа үткәргән һәм ошонда ерләнгән тип яҙылған;
- Йәшерен сиркәү — батша Иван Ассен II төҙөгән, ҡулдарына ғибәҙәтхананы тотоп торған уның һүрәте бер фрескны биҙәй;
- «Сиркәү» — батша Иван Александр нигеҙ һала (XIV быуаттың икенсе яртыһында), стеналар библия сюжетына фрескалар менән биҙәлгән, улар боҙолған Ренессанс стилендә башҡарылған;
- Эске сиркәү.