Мадара һыбайлыһы
Мадара һыбайлыһы (болг. Мадарски конник — археологик ҡомартҡы, 23 метр бейеклектәге ҡая битенә уйылған һыбайлы һүрәтләнгән рельеф. Ул Болгарияның төньяҡ-көнсығышында, Мадара ауылы янында урынлашҡан. 1979 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.
Уны Фракия һыбайлыһы, боронғо болгарҙар аллаһы, милли эпос геройы йәки болгар ханының триумфаль образы һүрәте тип иҫәпләйҙәр. Хәҙерге ғалимдар, рельефтағы өҙәңгегә нигеҙләнеп, һыбайлыһының болгар сығышына һылтана. Аттың тәртипте символлаштырған үрелгән ҡойроғо ла болгар һыҙаты булып тора. Эттең һыбайлы эргәһендә булыуы боронғо болгарҙар өсөн әһәмиәтле.
Археологик характерҙағы тикшеренеүҙәр 1903 йылда башлана. Иң һөҙөмтәле тикшеренеүҙәр 1924—1936 йылдарға тура килә, артабан 1981—1983 һәм 1989—1990 йылдарҙа өҫтәмә экспедициялар ойошторола.
Яңы тикшеренеүҙәрҙән һуң ике төп һорау тыуа: һыбайлы һүрәте нимәне аңлата һәм боронғо болгарҙар нимәгә ышанған.
Һәйкәл тасуирламаһы һәм өйрәнеү тарихы
Һәйкәл «Мадара» археологик ҡурсаулығында урынлашҡан. Ул ғибәҙәтхананы, торлаҡ йорттарҙы һәм башҡа боронғо ҡоролмаларҙы үҙ эсенә ала Дөйөм ҡабул ителгән фараз буйынса, һәйкәл яҡынса беҙҙең эраның 710 йылына ҡарай һәм Болғар ханы Тервель идара иткән осорҙа төҙөлә. Бер фараз буйынса, ҡаяла хандың үҙе һүрәтләнә.
«Мадара һыбайлыһы» — Урта быуат осорондағы Европала берҙән-бер ҡаялы рельеф. Ҡыҙыл буяу эҙҙәрен һаҡлап ҡалған фигуралар яҫы таулыҡта 23 метр бейеклектә урынлашҡан. Һыбайлы кафтан, салбар һәм йомшаҡ итек кейгән; өҙәңгеһе булған ат тантаналы аҙымдар менән хәрәкәт итә; һөңгө менән сәнселгән арыҫлан һыбайлының аяҡ аҫтында ята, ә арттан эт — боронғо болгарҙарҙың изге йәнлеге саба[1].
Һәйкәлде өйрәнеү тарихы Венгрия сәйәхәтсеһе Феликс Каництан башлана. Уны ғалим тәүге тапҡыр 1872 йылда тасуирлай. Каниц «Мадар һыбайлыһы» Рим оҫталарының ижады тип һанай. Һәйкәл һүрәттәре бик күп бәхәстәр тыуҙыра. Тик ХХ быуатта ғына ғалимдар төп деталгә — өҙәңгегә иғтибар итә, ә өҙәңге Балҡанда боронғо болгарҙар (протоболгарҙар) килгәс кенә барлыҡҡа килә[2].
Артабанғы тикшеренеүҙәрҙе күп һанлы болгар һәм сит ил эксперттары үткәрә. Һәйкәлде хәҙерге аңлау болгар тарихсыһы, филологы, боронғо болгар яҙмаларының авторы Веселин Бешевлиевтың (1900—1992) хеҙмәттәренә һәм 1954 йылда Болгар фәндәр академияһының махсус экспедицияһы һөҙөмтәләренә таяна. Археологик эштәр 1903 йылдан башлана, 1924—1936, 1981—1983 йылдарҙа алып барыла; 1989—1990 йылдарҙа яңынан тергеҙелә.
Тикшеренеүселәр "Мадара һыбайлыһы"н болгар илаһы тип иҫәпләнгән Балҡанға хас традицион «Фракия һыбайлыһы» итеп ҡарай, бәғзеләре боронғо төрки Тәңре һәм Тервель (яҡынса 700—721), Крум (802—814) кеүек болгар хандары менән бәйләй[1].
Килеп сығышы һәм мәғәнәһе
Һыбайлы шәхесенең төрлө версияһы бар: Тервель хандан алып фракция илаһына тиклем. Рәсми рәңештә, «Мадара һыбайлыһы» VIII быуат башындағы болгар хакимының (700—721 йылдар) еңеүенә йәки ҡаҙаныштарына арналған тантананы һүрәтләй. Һүрәттәр һәм яҙыуҙар бер бөтөн итеп ҡарала. Был ҡараш 1980 йылдан һуң баҫылған күп томлы "Болгария тарихы"нда ла һаҡлана[3].
Сергей Михайлович Крыкин «Мадара һыбайлыһы» болгар дәүләтселегенең культ символы булыуын, дини традициялар менән бәйләнеште күрһәтеүен, һыбайлы үҙендә хакимдарҙың, батырҙарҙың һәм илаһтарҙың образдарын туплап, уларҙы бер ҡиәфәттә кәүҙәләндереүен билдәләй[4].
Яҙмалар һәм мәҙәни мираҫы
Ҡаяла атлы һүрәт тирәләй Византия телендә өс яҙыу уйылған. Яҙмаларҙа Болгария тарихында был осор тураһында мөһим мәғлүмәттәр бар. Профессор Веселин Бешевлиев «Протоболгары» китабында яҙыуҙарҙың иң боронғоһо — ТервелЬ эше булыуын, хан етәкселегендә һәйкәлдең дә булдырылыуын күрһәтә. Башҡа яҙмаларҙың авторын Крум (796—814) һәм Омортагу (814—831) хандары билдәләй[1].
Бөтә донъя мираҫы объекты, "Мадар һыбайлыһы"ның, бер нисә кәүҙәләнеше бар: 1901 йылда хәҙер София археология музейында һаҡланған уның эстампажы һәм гипс күсермәһе эшләнә. Мытница ауылы янында цемент күсермәһе урынлашҡан. Был билдәле образ хәҙерге болгар тәңкәләренең реверсын биҙәй һәм 2008 йылда илдең милли символы тип таныла. Бынан тыш, 1966 йылдың 4 авгусында «Мадарски конник» болгар ордены булдырыла. Ул ике дәрәжәне һәм «ҡылыслы» модификацияны үҙ эсенә ала. «Болгарияла сит ил державаларының дипломатик, йәмәғәт һәм хәрби вәкилдәренә Болгария Халыҡ Республикаһы менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен урынлаштырған, нығытҡан һәм үҫтергән өсөн» тапшырыла. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә орден ҡылыс менән тапшырыла[5].
Тәңкәләр
1981 йылда «Мадара һыбайлыһы» баҡыр-никель 2 лев тәңкәһенә һуғыла. Тәңкә Болгарияның 1300 йыллығын иҫкә алыу серияһының бер өлөшө булып тора[6].
| Гурт | Ҡабырсаҡлы |
| Ауырлыҡ | 11 грамм |
| Диаметры . | 30 мм |
| Ҡалынлығы | 2,2 мм |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Болгарияла ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлеге
- Мадара һыбайлыһы ордены
Әҙәбиәт
- Веселин Бешевлиев, Первобулгарск яҙмалары (Болгар), Болгарската академияһы нәшриәте Наукит, София, 1979.
- Тайны веков / Захарченко В., Орлов В., Шапова Н.. — Москва: Молодая гвардия, 1987. — С. 221—213. — 288 с.
- Бегунов Ю. К. Сокровища булгарского народа. — Санкт-Петербург: СПб, 2007. — С. 76—78. — 2007 с. — ISBN 978-5-8370-0489-6.
Һылтанмалар
- Мадара һыбайлыһы Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
- Мадара һыбайлыһы (ингл.) — ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы үҙәге
- ↑ 1 2 3 Хрисимов Н. Мадара. Большая российская энциклопедия 2004-2017. bigenc.ru (9 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025.
- ↑ Мадара. yestravel.ru (2022-061-0). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025.
- ↑ Тотев Т. К вопросу о происхождении и смысле Мадарского горельефа // Античная древность и средние века : сборник. — Екатеринбург, 2002. — № 33. — С. 176—180.
- ↑ С. М. Крыкин. Терракотовые «фракийские всадники» на Боспоре // Вестник Московского городского педагогического университета. : журнал. — 2015 . — № 2 (18). — С. 57—66.
- ↑ Шевцов В. Мадарский всадник. Миртесен. mirtesen.ru (27 ғинуар 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2025.
- ↑ Болгария 50 левов 1981 Республика Болгария. 1300 лет со дня основания. Мадарский всадник (00036677). lubercoin.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025.