Мәсәлимов Әнүәр Хатминур улы

Әнүәр Хатминур улы Мәсәлимов (рус. Анва́р Хатмину́рович Масали́мов, 1955 йылдың, Өфө)[3] (1955 йылда тыуған) — совет заманында кеше үлтереүсе.1992 йылдың 29 октябрендә Мәсәлимов атып үлтереүгә хөкөм ителә, 1998 йылда ул ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителә. Хөкөм язаһн Федераль язаларҙы башҡарыу хеҙмәтенең Вологда өлкәһе буйынса идаралығының 5-се холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрә. Артабан 2012 йылда ғүмерлек хөкөм ителгәндәр өсөн махсус режимлы төҙәтеү колонияһы — Поляр сова колонияһына, Харп ҡасабаһына (Ямал-Ненец автономиялы округы) күсерелә. 2018 йылдың февралендә Әнүәр Мәсәлимовтың 2016 йылдың 22 июнендә, 25 йыл иректән мәхрүм ителеү срогын тултырғандан һуң, иреккә сыҡҡаны тураһында мәғлүмәт киң матбуғат сараларында яҡтыртыла. Ошо сәбәпле, уның исеме яңы Рәсәй тарихында ғүмерлеккә хөкөм ителеп, шартлы-ваҡытынан алда иреккә сыҡҡан тәүге кеше тип иҫәпләнә[4][5][6].

Федераль язаларҙы үтәү хеҙмәте Мәсәлимовтың иреккә сығарылыу факттарын раҫланы, әммә был осраҡтың шартлы-иреккә сығарыу булмауын билдәләне. ФСИН-дың хөкөм ҡарарҙарын һәм махсус иҫәпкә алыуҙарҙы үтәү буйынса идаралыҡ етәксеһе генерал-майор Игорь Вединяпин һүҙҙәре буйынса, Мәсәлимовтың иреккә сығарылыуы уның хөкөм ҡарарына үҙгәрештәр индереү һәм Рәсәй енәйәт кодексына индерелгән еңелләштереүҙәр менән бәйле була. Был беренсе осраҡ түгел, ғүмерлеккә хөкөм ителгәндәр араһында бындай осраҡтар булған. 2018 йылдың апрелендә, үлем язаһы ғүмерлеккә иректән мәхрүм итеүгә алмаштырылған биш кеше иреккә сығарыла. Уларҙың иреккә сығарылыуҙары енәйәт язаһының гуманизацияһы сәбәпле хөкөм ҡарарҙарының ҡайтанан ҡаралыуына бәйле, һәм был шартлы-иреккә сығарыу тип һаналмай[7][8].

2024 йылдың 19 декабрендә яза срогы тулғандан һуң иреккә сығарыла[9].

Биографияһы

Әнүәр Мәсәлимов 1955 йылда Өфө ҡалаһында тыуа. Мәсәлимов бала сағын һәм йәшлек йылдарын психотравматик ваҡиғалар булмаған социаль-имен ғаиләлә үткәрә. Ул ғаиләлә иң кесе бала була. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Мәсәлимов Совет Армияһы сафына саҡырыла. Хәрби хеҙмәт тамамланғандан һуң Әнүәр Земфира исемле ҡыҙға өйләнә, ул 1970 йылдар уртаһында уның Руслан исемле улы тыуа. Был осорҙа Мәсәлимов бер нисә һөнәрен алмаштырып өлгөрә. Төрлө ваҡытта экспедитор, монтажсы һәм төрлө эшсе булып та эшләй.

Беренсе үлтереү

1970 йылдар аҙағында ул «Восток Нефтепровод Монтаж» предприятиеһына эшкә урынлаша һәм монтаж эштәрен башҡарыу өсөн чайковский ҡалаһына командировкаға ебәрелә, унда, тәфтишселәр версияһы буйынса, спиртлы эсемлектәр эскән саҡта, бәхәс һөҙөмтәһендә коллегаһын бысаҡ менән сәнсеп үлтерә. Мәсәлимов үҙе үҙенең ғәйебен танымай һәм эскелек арҡаһында амнезия арҡаһында булған тип ваҡиғаның нескәлектәрен хәтерләмәүен белдерә. Шуға ҡарамаҫтан, суд уны ғәйепле тип таный һәм 15 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй. 1991 йылда ул колония-поселениеға күсерелә, артабан Томск өлкәһенә күсә.

Икенсе үлтереү

Комсомольск ҡасабаһында Мәсәлимов Гаврилов фамилиялы пенсионер менән таныша. Гаврилов Мәсәлимовты фатирына ваҡытлыса йәшәргә индерә. Тәфтиш версияһы буйынса, 1991 йылдың 17 авгусында спиртлы эсемлектәр эскән саҡта улар араһында бәхәс ҡуба, һөҙөмтәлә Мәсәлимов Гавриловты быуып үлтерә һәм уның кәүҙәһен турай. Гавриловтың ҡалдыҡтары күршеләре уның йорт яны участкаһында таба, Әнүәр Мәсәлимов үлтереүҙә ғәйепләнеп ҡулға алына. Ҡулға алынғандан һуң ул, бәхәс Гаврилов уның шәхси әйберҙәрен, документтарын һәм фотоларын яндырғандан һуң килеп сыҡты, тип белдерә, әммә үлтереүҙә ғәйепле булыуын танымай, тағы ла иҫереклек арҡаһында амнезияға һылтана[10][11].

1992 йылдың 29 октябрендә Томск өлкә суды тарафынан РСФСР Енәйәт кодексының 102 – се статьяһы буйынса ғәйепле тип табыла һәм үлем язаһына хөкөм ителә. 1998 йылда үлем язаһына хөкөм ҡарарын үтәүгә мораторий ҡабул итеү менән бәйле, уның хөкөмө ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеүгә үҙгәртелә, шунан һуң ул язаһын үтеү өсөн Вологда өлкәһенең 5-се холоҡ төҙәтеү колонияһына күсерелә.

Иреккә сығыу

2003 йылда Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 105-се статьяһынан кеше үлтереүҙә ҡабаттан ғәйепле булыуҙы күрһәткән квалификациялау билдәһе юҡҡа сығалған. Был үҙгәрештәр Мәсәлимовты ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү йәки үлем язаһына хөкөм итеү мөмкинлеген юҡҡа сығарҙы. Ул төрмәлә булған ваҡытта, хөкөмдө йомшартыу тураһында йыш ҡына шикәйәт биргән. 2008 йылда Вологда өлкәһенең Белоозер район суды Мәсәлимовтың ғәмәлдәрен яңынан квалификацияланы: РСФСР Енәйәт кодексының 102-се статьяһы 103-сө статьяға («Енәйәтте ауырлатҡыс шарттар булмағанда кеше үлтереү») алмаштырылды, әммә хөкөм ғүмерлек итеп ҡалдырылды, яңы статья буйынса иң ҙур яза 10 йыл менән сикләнә. 2012 йылда Масалимовты «Полярная сова» тип аталған колонияға күсерәләр. Шунан һуң ул кассация ялыуы ебәрә. 2016 йылдың 14 июнендә Вологда өлкә суды РФ Енәйәт кодексының 10-сы статьяһына ярашлы, Мәсәлимов хөкөмдө артабан үтәүҙән азат итте. 22 июндә ул иреккә сыҡты. Был ваҡиға тураһында мәғлүмәт таралғандан һуң, ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары уның шартлы-рәүештә ваҡытынан алда азат ителеүе хаҡында хәбәр итте. Әммә суд һәм ФСИН матбуғат хеҙмәттәре был мәғлүмәтте инҡар итте, иреккә сығыуҙың закон гуманлашыуы һәм хөкөмдө яңынан ҡарау һөҙөмтәһе булыуын аныҡланылар.

Азат ителгәндән һуң яңынан ҡулға алыныу

2019 йылдың 16 сентябрендә Мәсәлимов зыян күреүсенең һаулығына ауыр зыян килтереүҙә ғәйепле тип табыла һәм ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына 5 йылға иркенән мәхрүм ителеп ебәрелә. Башҡортостан Республикаһы юғары Судының 2019 йылдың 3 декабрендәге апелляция ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Өфө Ҡалаһы Совет район судының хөкөм ҡарары үҙгәрешһеҙ ҡалдырыла, апелляция ялыуы — ҡәнәғәтләндерелмәй[12]. 2024 йылдың 19 декабрендә Төрмә срогы тамамлана Һәм Мәсәлимов иреккә сыға[9].

2024 йылдың йәйендә Масалимов Томск ҡалаһының Киров район судына РФ финанс Министрлығына 30 миллион һум күләмендә мораль зыян өсөн компенсация түләтеү тураһында дәғүә бирә, әммә 2024 йылдың ноябрендә суд уның талаптарын кире ҡаға[13]. Шул уҡ осорҙа Ул Томскиҙын китә, артабан ҡайҙа булыуы билдәһеҙ булып ҡала[14].

Иҫкәрмәләр

  1. Выпущенный из ямальской колонии «пожизненник» снова проходит по делу об убийстве. 26 апреля 2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2020. Архивировано 1 ноябрь 2020 года.
  2. Преступник, приговоренный к расстрелу, вышел на свободу. 63-летний мужчина собирался стать монахом на воле, но взял деньги в храме и исчез. 08.02.2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2020. Архивировано 11 июнь 2021 года.
  3. Масалимов Анвар Хатминурович. Участник судебных дел. Суть спора: об оспаривании Указа Президента РФ от 22.11.1998 №1289 о помиловании. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2020. Архивировано 10 февраль 2018 года.
  4. В России впервые досрочно освободили осуждённого на пожизненное. 8 февраля 2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2020. Архивировано 5 июль 2019 года.
  5. Осуждённый к пожизненному сроку за убийство и расчленение жертвы 63-летний Анвар Масалимов вышел на свободу по условно-досрочному освобождению после 25 лет тюрьмы. 08.02.2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2020. Архивировано 19 ноябрь 2020 года.
  6. «МК» узнал о первом в России освобождении пожизненно заключенного.08 февраля 2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2020. Архивировано 10 июль 2018 года.
  7. ФСИН подтвердила факт освобождения пожизненно осуждённого. 8 февраля 2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2020. Архивировано 23 ғинуар 2021 года.
  8. ФСИН рассказала об освобождении пяти пожизненно заключенных в России. 27 апр 2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2020. Архивировано 4 август 2020 года.
  9. 1 2 Смертная казнь и три срока. Маньяк-расчленитель Анвар Масалимов вышел на свободу (24 декабрь 2024). 24 декабрь 2024 тикшерелгән.
  10. В Уфе задержали уникального преступника, освобожденного ранее с пожизненного срока. 20 ноября 2018.
  11. «Не помнит ни одно свое убийство»: родственники освобожденного «пожизненника» рассказали, как жил Масалимов все эти годы. 29.04.18.
  12. Верховный суд республики Башкортостан. vs--bkr.sudrf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2020.
  13. Иск Масалимова к Минфину отклонен. Кировский районный суд Томска. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2026.
  14. Масалимов покинул Томск. Media News. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2026.