Мәхмүтов Фәүир Шәрифулла улы
Биографияһы
Фәүир Шәрифулла улы Мәхмүтов 1939 йылдың 2 авгусында Башҡорт АССР-ы Ҡандра районының[1] Балтай ауылында тыуа.
1960—1988 йылдарҙа СССР-ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының «Востокнефтепроводстрой» тресы 5-се төҙөлөш идаралығында изолировщиу, кран-торба һалғыс машинисы булып эшләй.
Фәүир Мәхмүтов Усть-Балыҡ — Ҡурған — Өфө — Әлмәт, Уренгой — Помары — Ужгород һәм башҡа урындарҙа магистраль торба үткәргестәр һалыуҙа ҡатнаша.
Хеҙмәт ветераны 1988 йылдың 21 июлендә 50 йәшендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәттәге ҙур ҡаҙаныштары, биш йыллыҡ пландарҙы срогынан алда үтәгәне, бер предприятиела намыҫлы һәм оҙаҡ йылдар эшләгәне өсөн Ф. Ш. Мәүмүтов беренсе (1985), икенсе (1980), өсөнсө дәрәжә (1975) Хеҙмәт даны ордендары менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
- Мәхмүтов Фәүир Шәрифулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)
- Мәхмүтов Фәүир Шәрифулла улы. «Герои страны» сайты.