Мәүлитова Регина Салауат ҡыҙы
Мавлютова Регина Салават ҡыҙы (рус. Мавлютова Регина Салаватовна; 1979 йылдың 16 октябре, Өфө) — Рәсәй спортсыһы, ауыр атлетика буйынса халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры (2001).
Биографияһы
Регина Салават ҡыҙы Мавлютова 1979 йылдың 16 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.
2001 йылда Урал физик культура академияһын тамамлаған.
Спорт менән 15-се СДЮШОР-ҙа шөғөлләнгән (тренеры — В. Г. Вагин).
1995 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы составына инә. 53 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай.
Хәҙерге ваҡытта Өфөлә «Аврора» фитнес-үҙәгенең инструкторы булып эшләй.
Ҡаҙаныштары
- Рәсәй чемпионы һәм Рәсәй Кубогы эйәһе (2003);
- Рәсәй чемпионаттарының (1995, 2000, 2002, 2006) һәм Рәсәй Кубогының (2002, 2004) көмөш призёры;
- Рәсәй чемпионаттарының икебәйгелә бронза призёры (2001, 2004, 2007–08);
- Рәсәй Кубогының рывокта һәм этәргестә еңеүсеһе (2003; 2004) һәм бронза призёры (2004–06);
- Рәсәй чемпионы (1995, 1997) юниорҙар араһында;
- Рәсәй рекордсыһы (2003) 53 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында рывокта һәм икебәйгелә[1][2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мавлютова Регина Салаватовна. Башкирская энциклопедия (архив). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
- ↑ Мужчины ворочали «железо», а женщины били рекорды. aksport.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026. Архивировано 29 ноябрь 2014 года.