Мәһир Әсәд

Мәһир Әсәд (ғәр. ماهر حافظ الأسد‎ — 8 декабрь 1967) — Сүриә президенты Бәшәр Әсәдтең ҡустыһы, бригада генералы. Бәғәҫ партияһының Сүриә төбәк бүлексәһе ағзаһы.

Тормошо

Мәһир Әсәд 1967 йылдың 8 декабрендә Сүриәнең баш ҡалаһы Дамаскыла Хафиҙ Әсәд ғаиләһендә тыуған.

Ике йәшендә атаһы Сүриә президенты була. Башҡа ағай-энеләре һәм апай-һеңлеләре менән бергә ул йәмғиәттән ситтә тәрбиәләнә. Мәһир Сүриә азатлыҡ мәктәбендә һәм Дамаск машина эшләү университетында уҡыған[1]

Кикбоксинг һәм башҡа хәрби спорт төрҙәре менән мауыға.

Республика Гвардияһы һәм уның дүртенсе бронетанк дивизияһы тип аталған ғәскәрҙең командующийы булып тора.[2], Сүриә йәшерен полицияһы һәм разведка идаралығы башлығы. Ул Сүриәлә Бәшәр Әсәдтән ҡала иң абруйлы кеше.[3]

Ғаиләһе

Сөнни инаныслы Мәнәл әл-Жәдәғәнгә өйләнгән (Дейр әз-Зор провинцияһынан)[4], ике бала атаһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Arxivlənmiş surət. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2012. Архивировано 10 июнь 2019 года.
  2. Arxivlənmiş surət. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2012. Архивировано 18 июль 2011 года.
  3. Syria 101: 4 attributes of Assad's authoritarian regime, The Assad family. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2012. Архивировано 26 июнь 2019 года.
  4. Bashar’s Syria: The Regime and its Strategic Worldview 2007 йылдың 29 октябрь көнөндә архивланған., с.383

Әҙәбиәт

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар