Әсәд Әсмә

Әсмә әл-Әсәд (ғәр. أسماء الأسد‎), ҡыҙ сағында Әсмә Фәүәз әл-Әхрәс (ғәр. أسماء فواز الأخرس‎) (1975 йылдың 11 авгусы, Актон[d], Ҙур Лондон[d]) — Сүриәләге беренсе леди, ил президенты Бәшәр Әсәдтең ҡатыны.

Биографияһы

Әсмә Лондонда 1975 йылдың 11 авгусында тыуған. Ғаиләһе Сүриәнең Хомс ҡалаһынан. Атаһы — консультант-кардиолог Фәүәз Әхрәс, әсәһе — отставкалағы дипломат (илсе) Сәхәр Отри әл-Әхрәс. Әсмә лондон ҡыҙҙар мәктәбендә уҡый, Лондон университеты Корль колледжының компьютер технологиялары һәм француз әҙәбиәте буйынса отличие менән тамалай.[3] После Университеттан һуң, Дойче банкта хеджирование бүлегендә Европа һәм Алыҫ Көнсығыш клиенттары менән эшләй. 1998 йылда J. P. Morganдың инвестициялар бүлегендә биотехнологик һәм фармацевтик компанияларҙың ҡушылыуы һәм йотолоуы буйынса белгес булып эшләй. Компанияның нью-йорк бүлеге офисында европа һәм америка клиенттарының ҡушылыуы буйынса 4 ҙур килешеү төҙөй.[4][5]

undefined

Әсмә Сүриәгә 2000 йылдың ноябрендә ҡайта һәм декабрҙә Бәшәр Әсәдкә кейәүгә сыға. Уларҙың өс балаһы бар: Хафиз, Зәйни һәм Кәрим.

2024 йылдың 23 декабрендә Әсмә Әсадтың Бәшәр ӘсӘд менән айырылышырға һәм Рәсәйҙән китергә йыйыныуы билдәле булы. Сүриәлә власть ҡолатылғас улар Рәсәйҙә һыйыныу урынын таба. Айырылышҡандан һуң Ул Лондонға ҡайтырға теләй. Һуңғы ҡарар әле ҡабул ителмәгән[6].

Әсмә әл-Әсәдтең ата-әсәһе Бөйөк Британияла йәшәй[7].

Сәләмәтлеге

2018 йылдың авгусында президент хакимиәте матбуғат хеҙмәте Сүриә беренсе ледийы Дамаскта иртә стадиялағы яман шеш менән госпиталгә ятҡанлығын белдерә[8].

2019 йылдың 27 ғинуарында Сүриә президенты канцелярияһы Дамаск хәрби госпиталендә Әсмә Әсәдтең күкрәк яман шешенә операция эшләнеләр, тип хәбәр итә[9].

2019 йылдың 4 авгусында Әсмә Әсәд яман шеште еңде тиелә һәм төҙәлеүгә барыуы билдәләп үтелә[10].

2021 йылдың 8 мартында Әсмә COVID-19 менән сирләй тигән хәбәр тарала[11], әммә был яңылыҡ ялған тигән икеләнеү бар[12].

Иҫкәрмәләр

  1. Asma al-Assad // Česko-Slovenská filmová databáze (чеш.) — 2001.
  2. СМИ: Супруга Асада сохранила британское подданство // Газета «Взгляд». — 23 март 2012 йыл. Архивировано 18 август 2012 года.
  3. Harvey, Oliver. Sexy Brit bringing Syria in from the cold, The Sun (3 июль 2009). 26 март 2011 тикшерелгән.
  4. Buck, Joan Juliet. Asma al-Assad: A Rose in the Desert, Vogue (25 февраль 2011). 26 март 2011 тикшерелгән. 2011 йылдың 25 февраль көнөндә архивланған.
  5. The First Lady 2012 йылдың 21 май көнөндә архивланған., Embassy of Syria in Washington D.C.
  6. Игорь Бердичевский. Al Jazeera: супруга Башара Асада подала на развод и хочет покинуть РФ. Аргументы и Факты (23 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025.
  7. Асма Әсәд: дочь своего народа?
  8. Супругу Башара Асада госпитализировали с онкологическим заболеванием
  9. Врачи успешно удалили опухоль супруге президента Сирии
  10. Асма Әсәд победила рак, Вести.ру (4 августа 2019). 7 август 2019 тикшерелгән.
  11. Президент Сирии Башар Әсәд заразился коронавирусом вместе с женой. (8 марта 2021 года).
  12. Игорь Январёв. «Коронный» ход: Әсәда заподозрили в симуляции болезни. (10 марта 2021).

Тема буйынса өҫтәмә