Мөсәл
Ҡулланылышы
Йыл атамалары
Ҡытай мөсәлендә иҫәп:
| № | Ҡытайса/ |
Хайуан тамғаһы |
Мөсәл йылдары (башҡортса) |
Ҡырғыз телендә |
Үзбәк телендә |
Урыҫ телендә |
|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | 子 (zǐ) | 鼠 | Сысҡан йылы | Чычкан жылы | kalamush | Год мыши |
| 2 | 丑 (chǒu) | 牛 | Һыйыр йылы | Уй жылы | sigir | Год коровы |
| 3 | 寅 (yín) | 虎 | Барыҫ йылы[4] | Барс жылы | yoʻlbars | Год тигра |
| 4 | 卯 (mǎo) | 兔 | Ҡуян йылы | Коен жылы | quyon | Год зайца |
| 5 | 辰 (chén) | 龍 | Лыу (аждаһа) йылы | Уулу жылы | ajdaho | Год дракона |
| 6 | 巳 (sì) | 蛇 | Йылан йылы | Жылан жылы | ilon | Год змеи |
| 7 | 午 (wǔ) | 馬 | Йылҡы йылы | Жылкы жылы | ot | Год лошади |
| 8 | 未 (wèi) | 羊 | Ҡуй йылы | Кой жылы | qoʻy | Год овцы |
| 9 | 申 (shēn) | 鷄 | Маймыл йылы | Маймыл (мечин) жылы | maymun | Год обезьяны |
| 10 | 酉 (yǒu) | 鷄 | Тауыҡ йылы | Короз жылы | tovuq | Год петуха |
| 11 | 戌 (xū) | 狗 | Эт йылы | Ит жылы | it | Год собаки |
| 12 | 亥 (hài) | 猪 | Ҡабан йылы | Донуз жылы | choʻchqa | Год свиньи |
Мөсәл ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә
Һынамыштар
Мөсәлдең — йылдарҙың төрлө хайуандар исеме менән аталыуының — килеп сығышы «Урал батыр» эпосында ла әйтелгән:
Ай, көн һайын Уралға
Төрлө йәнлек тулған, ти,
Шул йәнлектәр, ҡош-ҡорттар
Килеү көнө кешегә
Ай, йыл һанап белеүгә
Исем булып киткән, ти.
Башҡорттар, мосолман булараҡ, Ислам календары менән файҙаланған, әммә ун ике йыллыҡ циклды ла онотмаған. Был, көнсығыш илдәренән айырмалы, күрәҙәлек итеү өсөн түгел, ә күп быуаттар дауамында йылдың нисек килеүен күҙәтеү нигеҙендә бары тик уңыш алыу менән бәйле һынамыштар булып ауыҙ-тел ижадына инеп ҡалған. Был бөтә йылдар буйынса ла булғандыр, әммә «Башҡорт халыҡ ижады» китабының «Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр» томына ҡайһы бер һынамыштар инмәгән[5]
- Барыҫ йылы барын сәс, һис булмаһа тары сәс.
- Барыҫ йылы — байлыҡ.
- Йылан йылы — баллыҡ, Ҡабан йылы — байлыҡ, Лыу (Аждаһа) йылы- һыулыҡ.
- Ҡуй йылы — ҡытлыҡ, Ҡуян йылы — йотлоҡ.
- Сысҡан йылы — игенлек.
- Тауыҡ йылы тары сәс, Барыҫ йылы барын сәс.
- Тауыҡ йылы — ҡоролоҡ.
- Һыйыр йылы — туҡлыҡ.[5]
- Ҡуян йылы менән Маймыл йылы — ҡытлыҡ.
- Йылҡы йылы — яу йылы, һыуыҡлыҡ, ҡытлыҡ.
- Эт йылы — һыуыҡ, оҙон ҡыш.[2]
Риүәйәттәрҙә
| Егерме мөсәл йәшәһәң (йәғни 240 йыл), ырыуҙаштарыңды ла таный алмаҫ инең
("Алдар менән Зөһрә") [6] |
Әҙәбиәттә
| Сал тарих - олатай ғүмере тиҫтә-тиҫтә мөсәлдәр, быуаттар, осорҙар менән үлсәнә. Рәми Ғарипов |
| Кеше ғүмере бер нисә мөсәл, имәндеке - бер нисә быуат. Ғ. Хөсәйенов |
Шулай уҡ ҡара
- Китайский зодиак
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 831-се бит.
- ↑ 1 2 Народный календарь [1] 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 12 животных восточного календаря [2](недоступная ссылка)
- ↑ ҡытайҙа Юлбарыҫ йылы.
- ↑ 1 2 Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −420-се бит
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 831-се бит.
Сығанаҡтар
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том — 860 бит
- Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −467 бит
- Мәһәҙиев Д. Мөсәл йыл хисабы // Ватандаш. — 2000. — № 1. — Б. 189—192.
- Надршина Ф. А. Пространство и время в башкирском эпосе «Урал-батыр» // Урал-Алтай: через века в будущее. — Уфа, 2005. — С. 405—407.
- Хөсәйенов Ғ. Башҡорттарҙа боронғо календарҙар // Ватандаш. −1999. -№ 4. — Б. 194—196.
- Аминев З. Г. Пространственно временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.