Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы
Мөхәмәтшин Фаим Баязит улы (рус. Мухаметшин Фаим Баязитович; 1955 йылдың 28 июне, Иҫәкәй) — Рәсәй юрисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, юридик фәндәр докторы[1], профессор, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе. Полиция генерал-майоры.
Биографияһы
1974 йылда Совет Армияһы сафына десант ғәскәрҙәренә саҡырыла.
1976 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Һарытау милиция махсус урта мәктәбенә тикшереү хеҙмәткәрҙәре әҙерләү бүлегенә уҡырға инә.
1978 йылда Өфө ҡалаһы Киров райбашҡармаһы эске эштәр бүлегенең тикшереүсеһе булып эшләй башлай.
1981 йылда СССР ЭЭМ Академияһын тамамлай.
1985 йылда Өфө ҡалаһы Киров РЭБ-ның тикшереү бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә.
1987—1990 йылдарҙа СССР ЭЭМ Академияһының адъюнктураһында уҡый.
1990 йылда енәйәт процессы проблемалары буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Шул уҡ йылда Рәсәй ЭЭМ Өфө юғары мәктәбенең енәйәт процессы һәм криминалистика кафедраһында уҡыта башлай.
1991—1992 йылдарҙа — шул уҡ кафедраның өлкән уҡытыусыһы. 1992—1994 йылдарҙа — доцент.
1994 йылда Рәсәй ЭЭМ Өфө юғары мәктәбенең енәйәт процессы һәм криминалистика кафедраһы начальнигы итеп тәғәйенләнә, ә 1996—1998 йылдарҙа — Рәсәй ЭЭМ Өфө юридик институтының шул уҡ кафедраһы мөдире.
1998—2003 йылдарҙа — институттың уҡыу эштәре буйынса начальник урынбаҫары.
2003 йылда Рәсәй ЭЭМ Өфө юридик институты начальнигы итеп тәғәйенләнә. Милиция генерал-майоры (һуңынан — полиция).
2004 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].
1999 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеме бирелә.
Өфө ҡала советының ике саҡырылыш депутаты, законлыҡ комиссияһы рәйесе була. 1999 йылда тәжрибә уртаҡлашыу һәм енәйәт-башҡарма системаһы тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында Бөйөк Британияға бара.
2003—2011 йылдарҙа — Рәсәй ЭЭМ Өфө юридик институты начальнигы. Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе[2]. Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы составына инә[3]. «Правовое государство: теория и практика» журналының редколлегия ағзаһы[4].
2011 йылдан 2018 йылға тиклем М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының хоҡуҡ һәм йәмғиәт белеме кафедраһы мөдире булып эшләй[5].
2018 йылдан 2022 йылға тиклем — Башҡорт дәүләт университетының проректоры[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1999).
- Полиция генерал-майоры.
Шәхси тормошо
Өйләнгән, ике улы бар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Мухаметшин Фаим Баязитович. Организационно-правовые основы становления и развития институтов обвинения и защиты в судопроизводстве России (IX — начало XX века) : Дис. … д-ра юрид. наук : 12.00.01 : СПб., 2004 360 с. Российская государственная библиотека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026. Архивировано 14 октябрь 2013 года.
- ↑ Фаим Мухаметшин: «У нас не хватает следователей и адвокатов». pravo-sibay.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2011. Архивировано из оригинала 24 февраль 2012 года.
- ↑ Совет ректоров вузов Приволжского федерального округа. unn.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2010. Архивировано 28 июль 2020 года.
- ↑ Редколлегия. pravgos.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 5 май 2011 года.
- ↑ 1 2 Последствия проверок ФСБ: новым проректором БашГУ стал генерал-майор милиции. Безформата (5 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.