Набесна (боҙлоҡ)

Набесна (ингл. Nabesna Glacier) — Аляскалағы боҙлоҡ, Врангель-Сент-Элайас милли паркының бер өлөшө.

Врангель тауҙарының үҙәк өлөшө боҙло ҡар аҫҡа ағып төшә, Набесна иң ҙуры, уның майҙаны 819 км² тип баһалана. Боҙлоҡтоң оҙонлоғо 85 км-ға етә, Ул Төньяҡ Америкала иң оҙон үҙән боҙлоғо[1][2].

Диңгеҙ кимәленән 900 метр бейеклектә боҙ иреп, Набесна йылғаһы барлыҡҡа килә, ул төньяҡҡа табан Тетлин милли ҡырағай тәбиғәт резерваты аша аға һәм Танана йылғаһына ҡоя.

Боҙлоҡ XX быуаттан алып яйлап сигенә. Боҙлоҡтоң оҙонлоғо ҡасандыр 200 миль булғандыр, тип фаразлана, сөнки боҙлоҡ ятҡылыҡтары хәҙерге бейеклектән күпкә түбәнерәк табылған[3].

  1. Dynamic Behavior of the Bering Glacier-Bagley Icefield System During a Surge (ингл.). European Space Agency. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2010. Архивировано 17 июль 2011 года.
  2. Nabesna Glacier (Wrangell-St. Elias National Park & Preserve) (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 август 2025. Архивировано 29 апрель 2007 года.
  3. Natural Wonders of the World. — United States of America: Reader's Digest Association, Inc, 1980. — P. 261. — ISBN 0-89577-087-3.