Нева алышы

Нева һуғышы — 1240 йылдың 15 июлендә Нева йылғаһында, Усть-Ижора ҡасабаһы эргәһендә, Новгород республикаһы һәм карелдарҙың Швеция, Норвегия, фин һәм Тавастий армияларына ҡаршы алышы.

undefined

Алыш XII—XIV быуаттарҙа Көнсығыш Прибалтикала йоғонто булдырыу өлкәһе өсөн рус-швед ҡаршылығының бер этабы булып тора[4].

Тәүшарттары

XIII быуаттың беренсе яртыһында аралашып йәшәгән карел фин, Балтик һәм славян ҡәбиләләре араһында күп һанлы бәрелештәр була, улар йә йә бер-береһенә һөжүм иткән, йә бергә һаҡланыу йәки башҡа ҡәбиләләргә барымта өсөн берләшкәндәр. Шведтар карел, фин, Балтика, славян ҡәбиләләрен суҡындырырға маташҡан һәм үҙ ерҙәрен талауҙарҙан һаҡлау өсөн йыш ҡына Нева ярҙары һәм туранан-тура Новгород ерҙәренә баҫып ингән. Тарихтың айырым осорҙарында, мәҫәлән, XII быуат аҙағында, эске низағтар арҡаһында көсһөҙләнгән Швеция карел һәм фин ҡәбиләләре һөжүменә дусар була, ә 1187 йылда Новгород ғәскәрҙәре менән бергә Швецияның боронғо ҡалаһы Сигтунаны яндыра.

Был ҡаршылыҡта ике яҡ та: рустар ҙа, шведтар ҙа Балтик диңгеҙен һәм Ладога күлен, шулай уҡ Карел муйынын тоташтырған Неваға яҡын торған территорияны үҙ контроленә алырға тырыша.

1237 йылдың декабрендә Рим папаһы Григорий IX Финляндияға икенсе тәре походын иғлан итә, ә 1238 йылдың июнендә Дания короле Вальдемар II һәм берләшкән орден магистры Герман фон Балк Эстонияны бүлергә һәм Балтик диңгеҙенә яҡын булған территорияларҙа шведтар ҡатнашлығында Рускә ҡаршы сығырға килешә[5]. Рус ерҙәре был йылдарҙа монгол баҫҡынсылығынан көсһөҙләнгән була.

Алыш алдынан

1240 йылдың йәйендә швед караптары Нева тамағына килә. Ярға төшөп, шведтар һәм уларҙың союздаштары, Ижора Неваға ҡойған урында сатырҙарын йәйә. Новгородтың беренсе йылъяҙмаһы был хаҡта түбәндәгеләрҙе теркәй:

« Придоша Свѣи в силѣ велицѣ, и Мурмане, и Сумь, и ѣмь в кораблихъ множьство много зѣло; Свѣи съ княземь и съ пискупы своими; и сташа в Невѣ устье Ижеры, хотяче всприяти Ладогу, просто же реку и Новъгородъ и всю область Новгородьскую. »

Был мәғлүмәткә ярашлы, швед ғәскәрҙәре составында норвегтар, сумь һәм емь фин-уғыр ҡәбиләләре вәкилдәре, шулай уҡ католик епископтар була.

undefined

Новгород ерҙәрен «ҡарауылсылар» һаҡлай: Нева районында, Фин ҡултығының ике яры буйлап, ижора фин-уғыр ҡәбиләләренән ойошторолған «диңгеҙ һаҡсылары» тора. 1240 йылдың июль таңда Ижора ере аҡһаҡалы Пелгусий, дозорҙа булғанда, швед флотилияһын күреп ҡала һәм тиҙ арала Александрға хәбәр ебәрә.

Рускә Ливон походы августа башлана[5]. Дошман яҡынлашыуы тураһында хәбәр алғас, Александр атаһынан ярҙам һорап тормай, үҙ көсө менән эш итергә ҡарар итә[6]. «Житие» китабында яҙылғанса, Александр бәләкәй дружина (дворяндар) менән ҡаршы сыға, күп кенә новгородлылар ҡушылып өлгөрмәй, сөнки кенәз алышҡа ашыға. Алышта юлда китеп барышлай Ладога ҡәлғәһенең ополченецтары ҡушыла.

undefined
undefined

Ғәҙәт буйынса, ғәскәр Новгородтың Изге София соборы эргәһендә туплана һәм архиепископ Спиридондың фатихаһын ала. Александр дружинаны үҙенең телмәре менән илһамландыра, уның фразаһы беҙҙең көндәргә килеп етә һәм ҡанатлы һүҙ булып китә[6][7]:

« Братья! Не в силах Бог, а в правде! Вспомним слова псалмопевца: сии в оружии, и сии на конех, мы же во имя Господа Бога нашего призовем... Не убоимся множества ратных, яко с нами Бог. »

Александр отряды Волхов буйлап Ладогаға тиклем ҡоро ерҙән бара, артабан Ижора тамағына борола. Ғәскәр башлыса һыбайлыларҙан тора, ләкин унда йәйәүле ғәскәр ҙә була, улар, ваҡытты юғалтмаҫ өсөн, һыбай хәрәкәт итә.

Һуғыш барышы

1240 йылдың 15 июлендә һуғыш башлана. Беренсе Новгород йылъяҙмаһында был хаҡта мәғлүмәт бик ҡыҫҡа:

« И ту убиенъ бысть воевода ихъ, именемь Спиридонъ; а инии творяху, яко и пискупъ убьенъ бысть ту же; и множество много ихъ паде; и накладше корабля два вятшихъ мужь, преже себе пустиша и к морю; а прокъ ихъ, ископавше яму, вметаша в ню бещисла; а инии мнози язвьни быша; и в ту нощь, не дождавше свѣта понедѣльника, посрамлени отъидоша. »
undefined
undefined

Александр «король йөҙөндә үҙенең осло һөңгөһөнөң эҙен ҡалдыра…»[6]. А. Н. Кирпичников[3] яҙманы дружинаның беренсе атлы һөңгө бәрелешендә үк швед короле сафын боҙоуын күрһәтә. Рус ғәскәрендә, кенәз отрядынан тыш, билдәле новгородсыларҙың үҙ дружиналары, Ладога отряды булған торған кәм тигәндә өс отряды була[3].

"Житие"ла алыш ваҡытында батырлыҡ күрһәткән алты яугир (өсөһө — кенәз дружиннигы, өсөһө — новгородтар) тураһында телгә алына: Гаврило Олексич, «ҡултыҡлап алып килгән королевичты күргәс, королевич менән килгән юл буйлап, караптарға килеп инә», бортҡа күтәрелә, аҫҡа алып ташлана, ҡабат алыша башлай. Балта менән генә ҡоралланған Сбыслав Якунович, дошман ғәскәренең иң уртаһына барып инә, уның артынан Александр ловчийы — Яков Полочанин үҙенең оҙон ҡылысы менән һелтәнә. Үҫмер Савва швед лагеры үҙәгенә үтеп инеп, «алтын осло ҙур король сатырына барып инә һәм уның таяуҙарын саба»[6]; таяуһыҙ сатыр ҡолай. Новгородлы Миша үҙ дружинаһы менән йәйәүле отрядта һуғыша һәм өс дошман карабын батыра. Алтынсы телгә алынған яугир — Александр Ярославичтың ялсыһы Ратмир — яңғыҙы бер нисә шведҡа ҡаршы һуғыша, яралана һәм һәләк була.

Алыш кискә тиклем дауам итә; төндә дошмандар тарала. Шведтар еңелә, таңға төҙөк караптарында сигенергә мәжбүр була һәм икенсе ярға сыға.

« Ҡалған швед ғәскәрҙәренең сигенеүенә ҡамасауламанылар. Һуғыштағы тынлыҡ ваҡытында һәләк булған үҙ яугирҙарын ерләү мөмкинлеге биргән рыцарь алымдары үҙенекен эшләнеме, йәиһә новгородттар артабан ҡанҡойошто файҙаһыҙ тип уйланымы, йәки Александр Ярославич юғалтыуҙар кисергән ғәскәрен хәүеф аҫтаны ҡуйырға теләмәнеме - был аңлатмаларҙың береһен дә инҡар итергә ярамай[3]. »

Рус ғәскәре 20 дәрәжәле яугирын юғалта (был иҫәпкә һәләк булған дружинниктарын да өҫтәргә кәрәк[3]), ә шведтар — «накладше корабля два вятшихъ мужь, преже себе пустиша и к морю; а прокъ ихъ, ископавше яму, вметаша в ню бещисла»[8](йәғни һәләк булған шведтар иҫәбе шулай уҡ тиҫтәләр хатта йөҙҙәр менән һанала[3]). Бынан тыш, «Житие» белдереүенсә, Неваның икенсе яғында урындағы халыҡ шведтарҙың бик күп ерләнмәгән мәйетен таба.

Алыш һөҙөмтәһе

Шведтарҙы еңеп, рус ғәскәрҙәре уларҙың Ладогаға һәм Новгородҡа йүнәлешен туҡтата һәм шулай итеп яҡын киләсәктә Швецияның һәм Ордендың берлектә эшмәкәрлеге хәүефен киҫәтә. Шведтар менән алышта еңеүе өсөн Александр «Невский» ҡушаматы ала.

Әммә, еңеүҙән һуң, Александрҙың эштәрҙе алып барыуҙағы роле артыуҙан ҡурҡып, Новгород боярҙары кенәзгә ҡарата төрлө хәйлә-мәкер ҡора башлай. Александр Невский атаһы эргәһенә китә, әммә бер йылдан һуң Новгород халҡы кенәзде Псковҡа яҡынлашҡан Ливон ордены менән һуғышты дауам итеү өсөн саҡыра.

undefined

Йылъяҙмалар

Беренсе иҫкә алыу беренсе Новгород йылъяҙмаһында теркәлә, шулай уҡ XIII быуаттың 80-се йылдарында яҙылған агиографик «Повесть о житии Александра Невского» әҫәрҙең бер нисә варианты, үрҙә аталған ике сығанаҡҡа бәйле беренсе Новгород йылъяҙмаһының һуңыраҡ варианты бар. 1240 йылда ысынлап та ҙур булмаған скандинавия отрядының Рускә походы була (Финляндияға икенсе тәре походы сиктәрендә)[9].

Н. И. Костомаров күаллауынса, швед армияһына ысынлап король кейәүе Биргер Магнуссон командалыҡ итеүе мөмкин[10], әммә ул бары тик 1248 йылда ғына ярл була, ә 1240 йылда — поход менән командалыҡ иткән Ульф Фаси була. Шул уҡ ваҡытта Биргер походта ҡатнашмай[1], әммә башҡа фекерҙәр ҙә бар[2]. 2002 йылда Биргерҙың ҡалдыҡтарын тикшереү уның баш һөйәгенең уң күҙ соҡоронда йәшәгән ваҡытында ҡоралдан алған яраны хәтерләткән эҙҙәр табылыуын күрһәтә. Ярл бик күп алыштарҙа ҡатнашһа ла, йәрәхәтте тыуған илендә алыуы мөмкин булһа ла, был Александр Невскийҙың осло һөңгөһө менән король битенә мисәт һалды тигәнгә тап килә[11].

Сығанаҡтарҙы тәнҡитләү

Алыш швед сығанаҡтарында, атап әйткәндә, 1320 йылғы рифмаланған «Эрик хроника»һында теркәлмәй[12]. Швецияла 1222 йылдан 1248 йылға тиклем феодаль һуғыш булыуы, ярл Биргерҙың власть алыуы билдәле. Йылъяҙмалар норвегтарҙы шведтарҙың союздашы тип теркәһә лә, ғәмәлдә ике ил дә һуғыш сигендә була, шул иҫәптән 1225 йылда Вермландтың ҡушылыуы арҡаһында[13]. Дошманлыҡ бары тик 1249 йылда Лёдёсеҙа тыныслыҡ төҙөлгәндән һуң ғына юҡҡа сыға[14]. Бындай үҙ-ара низағ ваҡытында Швецияның киң ҡоласлы баҫҡынсылыҡҡа һәләтле булыуы икеле, рус йылъяҙмаларында йылъяҙмасылар даими булып торған сик буйы низағтарының береһен арттырып яҙыуы ихтимал[15]. Ҡайһы бер тарихсылар Нева алышының шаһитлығының дөрөҫлөгөн шик аҫтына ҡуя[16][17].

Нева һуғышы тураһында хәтер

Александро-Невская лавра

1710 йылда Петр I Санкт-Петербургта Нева һуғышы хөрмәтенә Ҡара йылға (Черная речка, хәҙер Монастырка йылғаһы) тамағында Александр Невский монастырына нигеҙ һала[18][19]. Ул ваҡытта яңылыш алыш тап ошо урында үткән тип һаналған[18]. Монастырь Доменико Трезини проекты буйынса төҙөлә. Артабан монастырь ансамбле башҡа архитекторҙарҙың уйы буйынса үҫешә[19].

undefined

1724 йылдың 30 авгусында Владимирҙан бында Александр Ярославич кәүҙәһенең ҡалдыҡтарын алып киләләр. 1797 йылда, император Павел I ваҡытында Александр Невский монастырына лавра дәрәжәһе бирелә. Александр Невский лавраһының архитектура ансамбленә Благовещен сиркәүе, Фёдор сиркәүе, Троица соборы һ.б. инә. Хәҙер Александр Невский лавраһы — дәүләт ҡурсаулығы, уның территорияһында XVIII быуат некрополе (Лазарев зыяраты) һәм сәнғәт оҫталары некрополе (Тихвин зыяраты) менән ҡала скульптураһы музейы урынлашҡан. Лаврала Михаил Васильевич Ломоносов, Александр Васильевич Суворов, Денис Иванович Фонвизин, Николай Михайлович Карамзин, Иван Андреевич Крылов, Михаил Иванович Глинка, Модест Петрович Мусоргский, Пётр Ильич Чайковский, Фёдор Михайлович Достоевский һәм Рәсәй тарихына ингән башҡа бик күп эшмәкәрҙәр ерләнгән.

Усть-Ижорала Александр Невский сиркәүе

Нева алышында еңеү хөрмәтенә 1711 йылда Усть-Ижорала ағас сиркәү төҙөлә[20].

Яңы быуат башына тиклем сиркәү бер нисә тапҡыр яна һәм бер нисә тапҡыр тергеҙелә. 1798 йылда урындағы халыҡ аҡсаһына манаралы һәм суйын рәшәткәле таш ғибәҙәтхана төҙөлә.

1934 йылда ғибәҙәтхана ябыла һәм келәт булараҡ ҡулланыла. Ленинград блокадаһы ваҡытында ғибәҙәтхана манараһы шартлатыла, сөнки ул немец артиллерияһы өсөн ориентир булып тора[20].

1990 йылда ҡорамды реставрациялау буйынса эштәр башлана, ә 1995 йылдың 12 сентябрендә ул изгеләндерелә. Ғибәҙәтхана янында ҙур булмаған зыярат бар, унда 2002 йылдың 6 декабрендә Александр Невскийҙың бил тиңенән эшләнгән образы (бронза) ҡуйыла һәм изгеләндерелә[21].

Сиркәү Санкт-Петербургтың Колпино районында Усть-Ижора ҡасабаһында, Шлиссельбург шоссеһы, 217 адресы буйынса урынлашҡан.

Нәфис әҙәбиәттә

  • Ян В. Г. Юность полководца. Историческая повесть // В кн.: Ян В. Г. К последнему морю. Юность полководца. — М.: Правда, 1981. — С. 317—507.
  • Субботин А. А. За землю Русскую. Исторический роман. — М.: Изд-во ДОСААФ СССР, 1988. — 718 с.: ил. — (Библиотека «Отчизны верные сыны»).

Кинола

  • 2008 йылда экрандарға «Александр. Невская битва» нәфис фильмы сыға.

Тәңкәләрҙә һәм почта маркаларында

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Похлёбкин В. В. Внешняя политика Руси, России и СССР за 1000 лет в именах, датах, фактах. Архивировано 5 июль 2012 года.. — М.: Международные отношения, 1995. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «PVV» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  2. 1 2 3 4 Пашуто В. Т. Александр Невский. — М.: Молодая гвардия, 1974. — С. 62—67. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «PVT» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  3. 1 2 3 4 5 6 7 Электронная библиотека Библиотекарь.Ру. Две великих битвы Александра Невского. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 сентябрь 2008. Архивировано 10 ноябрь 2011 года.
  4. Невская битва 1240 / Д. Г. Хрусталёв // Нанонаука — Николай Кавасила. — М. : Большая российская энциклопедия, 2013. — С. 259—260. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 22). — ISBN 978-5-85270-358-3.
  5. 1 2 Ужанков А. Меж двух зол. Исторический выбор Александра Невского. Архивировано 11 ноябрь 2020 года.
  6. 1 2 3 4 Житие Александра Невского. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2012. Архивировано 12 февраль 2012 года.
  7. Воскресная школа Воскресенского Новодевичьего монастыря. Церковь святого благоверного князя Александра Невского в Усть-Ижоре. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2008. Архивировано 11 апрель 2011 года.
  8. Новгородская первая летопись старшего извода. В лето 6748. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
  9. Анисимов Е. В. История России от Рюрика до Путина. Люди. События. Даты. Изд. 2-е, доп., 2010 год, 592 стр., ISBN 978-5-388-00696-7
  10. Н.И. Костомаров. Русская история в жизнеописаниях её главнейших деятелей. Князь Александр Ярославич Невский. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2010. Архивировано 7 март 2012 года.
  11. «Король без имени»: Биргер Магнуссон
  12. Данилевский И. Н. Александр Невский: Парадоксы исторической памяти // «Цепь времён»: проблемы исторического сознания. — М.: Ин-т всеобщей истории РАН, 2005. — С. 119—132. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2017. Архивировано 28 август 2016 года.
  13. [1] Архивная копия от 27 сентябрь 2007 на Wayback Machine Värmlandståget 1225.Ulf Sundberg. 1999. Svenskt Militärhistoriskt Bibliotek.
  14. [2] Архивная копия от 19 май 2007 на Wayback Machine Freden i Lödöse 1249. Ulf Sundberg. 1997. Svenskt Militärhistoriskt Bibliotek
  15. [3] Архивная копия от 19 декабрь 2008 на Wayback Machine The image of Alexander Nevskij in the battle of Ivan IV against the infidels. Mari Mäki-Petäys. XX valtakunnallinen yleisen historian tutkijaseminaari. 2001. Tampere.
  16. Александр Нестеренко. «Александр Невский» Издательство: Олма-Пресс. Серия: Альтернатива. История, которую мы не знаем ISBN 5-224-05360-9
  17. Борис Кагарлицкий. Александр Нестеренко. Александр Невский // Критическая Масса. — 2006-01-01. Архивировано 16 февраль 2012 года.
  18. 1 2 Невская битва 1240
  19. 1 2 [Чеснокова А. Н. Парадный въезд в новую страницу // Невский проспект. — Л.: Лениздат, 1985. — С. 7—9. — 208 с. — (Туристу о Ленинграде)]
  20. 1 2 Энциклопедия Санкт-Петербурга*. Александра Невского в Усть-Ижоре церковь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2008. Архивировано 11 апрель 2015 года.
  21. Создание памятника Александру Невскому на месте «Невской битвы». Мой мир@Mail.Ru (12 ноябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2016. Архивировано 17 апрель 2013 года.

Әҙәбиәт

  • Logo-bie.svg Кротов, С. Невская битва и Ледовое побоище: Исторический очерк / [соч.] Сергея Кроткова. — Изд. 2-е. -Москва: Тип. О-ва распространения полез. кн., аренд. И. К. Солнцевым, 1900.

Тема буйынса өҫтәмә