Ниғмәтуллин Ришат Ғаяз улы

Ришат Ғаяз улы Ниғмәтуллин (рус. Нигматуллин Ришат Гаязович; 1952 йылдың 20 апреле, Күмертау, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй ғалимы, нефтехимия һәм химмотология өлкәһендә белгес, техник фәндәр докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы бүлексәһе ағзаһы[1], Рәсәй инженер академияһының ағза-корреспонденты[2], Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы академигы[3], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы.

Тормош юлы

Р. Ғ. Ниғмәтуллин 1952 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Кумертау ҡала тибындағы ҡасабаһында (хәҙер — Кумертау ҡалаһы) тыуған[4]. 1969 йылда Кумертау ҡалаһының 12-се мәктәбен, 1974 йылда Өфө нефть институтын «Нефть һәм газ эшкәртеүҙең химик технологияһы» һөнәре буйынса тамамлай. Институтты тамамлағас, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводына оператор булып эшкә урынлаша.

1975 йылдан заводта ВЛКСМ комитетының секретары, 1976 йылда Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район комитетының икенсе, 1978 йылда — беренсе секретары, 1981 йылдан инструктор, 1983 йылдан Өфө ҡала комитетының сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире урынбаҫары булып эшләй[5].

1984 йылда Яңы Өфө НЭЗ-ға әйләнеп ҡайта, унда цех начальнигы, 1986 йылдан — партком секретары, 1990 йылдан — фәнни-технологик үҙәктең баш инженеры, 1996 йылдан — баш инженер урынбаҫары була.

Был осорҙа ике тапҡыр Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район Советының халыҡ депутаты (1977—1985) һәм ике тапҡыр Өфө ҡала халыҡ депутаттары советы депутаты (1985—1995) итеп һайлана[5].

1998 йылда «Башнефтехим» холдингының май производствоһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 2001 йылдан генераль директор, 2002 йылдан Яңы Өфө НЭЗ-ның май производствоһы начальнигы вазифаһын биләй.

2004 йылдан «УАИ-ның иҫәп-хисап ижади үҙәге» ЯСЙ-һының Химмотология һәм трибология проблемалары институты директоры булып эшләй, шул уҡ ваҡытта Өфө дәүләт авиация техник университетының ҡорамалдар һәм иретеп йәбештереү производствоһы технологияһы кафедраһында уҡыта башлай.

2010 йылда «Химмотолог» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштора һәм уның директоры була[6]. Был предприятие Химмотология һәм майлау материалдарын эксплуатациялау өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә, шулай уҡ эшләүсе майҙы анализлау юлы менән техниканы диагностикалау өсөн приборҙар эшләй[7].

Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге

1990 йылда кандидатлыҡ, 1999 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[5].

Р. Ғ. Ниғмәтуллин 183 фәнни хеҙмәт (шуларҙың 60-ы ВАК исемлегенә ингән журналдарҙа баҫылған), шул иҫәптән 11 китап (уларҙың 5-е уҡыу баҫмалары) һәм 53 уйлап табыу авторы[5].

Төп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары нефть эшкәртеү һәм химмотология өлкәләрендә ята. Төп хеҙмәттәре нефть продукттарын селектив таҙартыу процестарын тикшереүгә һәм нефть продукттарын алыуҙың яңы технологияларын эшләүгә бәйле. Нигматуллин Ришат Гаяз улы Волга автомобиль заводы өсөн йыуыу-ҡатырыу майы, илдә етештерелгән турбореактив самолёттарҙың газ турбиналары өсөн майлау майы, резинотехник әйберҙәрҙе озон ярылыуынан һаҡлау өсөн балауыҙ продукттары етештереү технологияһын эшләүҙә; Яңы Өфө НЭЗ-да майҙарҙы N-метилпирролидон менән селектив таҙартыу ысулын индереүҙә ҡатнаша (Рәсәйҙә был ысул тәүге тапҡыр ҡулланыла)[4].

2001 йылдан Р. Ғ. Ниғмәтуллин Өфөнөң эре юғары уҡыу йорттарында — ӨДНТУ, ӨДАТУ-ла уҡытыу эшен алып бара. Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡарамағындағы докторлыҡ диссертация советы ағзаһы итеп һайлана (2001—2009). 2015 йылдан Финанс университетының Өфө филиалында уҡыта.

Фәнни хеҙмәттәре

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1979)[4].
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «Комсомолда әүҙем эшләгәне өсөн» билдәһе (1980)[4].
  • «ВЛКСМ-ға 70 йыл» билдәһе (1988)[4].
  • Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының иң яҡшы тикшеренеү эше өсөн дипломы (2010)[5].
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы» тигән маҡтаулы исем (2010)[5].
  • «Labore et Scientia» («Хеҙмәт һәм Белем өсөн») ордены[5].

Иҫкәрмәләр

  1. Доктора наук Академии Наук Республики Башкортостан. АН РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
  2. Состав действительных членов и членов-корреспондентов РИА. РИА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
  3. Состав академиков Российской академии естествознания. РАЕ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 Нигматуллин Ришат Гаязович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
  5. 1 2 3 4 5 6 7 Нигматуллин Ришат Гаязович. Учёные России: Энциклопедия (2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
  6. О компании. Химмотолог. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
  7. ООО «Химмотолог». СБИС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар