Нуҡус

Нуҡус (ҡарағалп. Нөкис / No‘kis, үзб. Нукус / Nukus) — Үзбәкстандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ҡала. Ҡарағалпаҡстандың административ үҙәге. Халыҡ һаны буйынса өлкәнең иң ҙур ҡалаһы, республиканың мөһим сәйәси, иҡтисади, мәҙәни һәм фәнни үҙәге. Республиканың көньяғында, Төркмәнстан сигендә урынлашҡан.

Тарихы

Нуҡус ҡалаһы боронғо Шурча ултырағы урынында һалынған. Археологтар мәғлүмәттәре буйынса, торама б. э. т. IV быуатҡа тиклем барлыҡҡа килгән һәм б.э. IV быуатына тиклем йәшәгән.

XIX быуаттың 60-се йылдарҙа Нуҡус ауылы (ҡараҡалп. No’kis — ҡараҡалпаҡ ырыуҙарының береһенең исеме, атамаһы монгол ырыуы нохосҡа барып тоташа).….

Совет йылдарында Нуҡус тирәһендә лаборатория һәм һынау урыны була, унда, атап әйткәндә, «Новичок» нервы-паралитик матдәһе һынала. Объект 1990-сы йылдарҙа АҠШ көстәре тарафынан утилләштерелә[3][4].

Үзбәкстан Президентының 2003 йылдың 11 сентябрендәге указы менән Ҡарағалпаҡстандың баш ҡалаһы Дустлик ордены менән бүләкләнә[5][6].

Географияһы

Нуҡус Ҡарағалпаҡстандың көньяҡ өлөшөндә, Амударъяның уң ярында, Ташкенттан төньяҡ-көнбайышҡа табан 800 км алыҫлыҡта (автомобиль юлы менән 1255 км) урынлашҡан.

Ҡаланың көньяҡ һәм көнсығыш өлөштәрен Ҡыҙылҡом сүле уратып алған. Ҡаланың төньяҡ өлөшө Амударья дельтаһы менән сиктәш. Ҡала аша Төп Ҡыҙкеткен каналы (Дуҫлыҡ) һәм Анасай каналы (Каттагар) үтә.

Климаты

Климаты — континенталь, йәйе — ҡоро, оҙон, аҙ болотло эҫе һәм ҡышы — аҙ ҡарлы, йомшаҡ. Йәй апрелдең өсөнсө декадаһынан башлана, ул саҡта тәүлегенә уртаса температура 15 градустан юғарыраҡ була башлай һәм октябрҙең тәүге ун көнөндә тамамлана. Эҫе осор, ғәҙәттә, 14 июндә башлана һәм 13 августа тамамлана. Уртаса +15 °C-тан юғары булған көндәр һаны — 165, ә эҫе көндәр (уртаса — 25 градустан юғарыраҡ) — 70.

Ҡыш декабрь башында башлана һәм февраль аҙағында тамамлана. Иң һыуыҡ осор — 25 декабрҙән 5 февралгә тиклем. Көндәлек уртаса күрһәткесе 0 °C °-тан түбән булған көндәрҙең уртаса һаны — 100, ә −5 °C °-тан түбәнерәк — 40. Ҡышын епшек көндәр йыш була, уларҙы һыуыҡтар даими рәүештә алмаштыра. Глобаль йылыныу арҡаһында ҡышҡы осор кәмей бара, ҡышҡы айҙарҙа уртаса температураның күтәрелеүе һиҙелә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 17,6 25,1 32,6 36,1 42,6 43,6 44,8 43,2 39,4 34,3 26,2 17 44,8
Уртаса максимум, °C 0,1 3,1 11 20,7 28,6 33,3 35,3 33,2 27,4 18,6 9,5 2,3 18,6
Уртаса температура, °C −4,3 −2,3 4,9 14,4 21,7 26,8 28,8 26,3 19,7 11,2 3,4 −2,1 12,4
Уртаса минимум, °C −8,7 −7,5 −0,6 6,6 13,9 18,1 20 17,7 11,5 4,4 −1,9 −6,3 5,6
Абсолют минимум, °C −34,2 −30,8 −25,3 −7,3 1,4 6 9,2 7,1 −2,5 −10,2 −24,3 −26,3 −34,2
Сығанаҡ: http://www.pogodaiklimat.ru/history/38264.htm а также https://ru.weatherspark.com/y/105891/Обычная-погода-в-Нукус-Узбекистан-весь-год и "Климат Нукуса" Гидрометеоиздат Ленинград 1986
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 8,8 14,4 22,8 31,1 36,3 40,2 40,9 39,8 35,5 28,8 20,5 11,7 40,9
Абсолют минимум, °C −19,5 −18,5 −11,2 −1,9 6,7 10,6 13,9 10,7 3,7 −4,1 −11,5 −16,4 −19,5
Йылы айҙар һәм йыл
Ғинуар 2002 Февраль 1999 Март 2008 Апрель 2012 Май 2021 Июнь 2021 Июль 2018 Август 2014 Сентябрь 2005 Октябрь 1997 Ноябрь 1995 Декабрь 1971 Год 2021
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C {{{Янв_ср_макс}}} 10,4 18,9 27,2 32,6 35,9 38,1 35,8 29,1 23,7 13,5 6,7
Уртаса температура, °C {{{Янв_ср}}} 4,9 13,4 21,1 26,2 30 32,4 29,4 22,7 16,8 7,9 3,2 14,2
Уртаса минимум, °C {{{Янв_ср_мин}}} −0,6 7,2 15 21,8 24 26,5 23 16,7 11,9 3 0,8
Иң һалҡын айҙар һәм йыл
Ғинуар 1977 һәм 2008 Февраль 1945 Март 1960 Апрель 1937 Май 1940 Июнь 1947 Июль 1938 Август 1951 Сентябрь 1958 Октябрь 1976 Ноябрь 1950 Декабрь 1944 Годы 1954 и 1969
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C −9,9 −5,6 5,8 17,6 23,7 31,1 31,8 31,1 24,1 13,3 3,1 −5,3
Уртаса температура, °C −15,5 −12,7 −1,6 9,9 17 23,1 24,7 23,4 16,6 7 −3,4 −11,5 10,3
Уртаса минимум, °C −20,6 −19 −6,9 2,7 10,1 14,4 16,6 14,7 8,4 −0,6 −9,5 −16,9
Ҡырҡ йыл эсендә уртаса температураның үҙгәреү динамикаһы
Ғинуар Февраль Март Апрель Май Июнь Июль Август Сентябрь Октябрь Ноябрь Декабрь йыллыҡ
1936 йылдан 1979 йылға тиклем -5,3 -3,3 3,8 13,3 21 25,7 27,7 25,2 19,2 10,7 2,7 -3,5 11,4
1980 йылдан 2021 йылға тиклем -3,5 -1,7 5,6 15,0 22,1 27,5 29,5 27,0 20,0 11,6 3,6 -1,7 12,9

Климат тураһында мәғлүмәттәр 1) Летописи Погоды, Weather Spark 2022 йылдың 8 ғинуар көнөндә архивланған. һәм 2) «Нукус климаты» (Гидрометеоиздат Ленинград 1986) фәнни эшенән алынған.

Халҡы

Йыл 1933 1939 1959 1974 1987 1989 1991 1998 1999 2006 2010 2014 2016 2017 2018 2019 2020 2021 2023
Халыҡ,
мең кеше
11 10[7] 39[7] 88[7] 152 170,3[8] 180[9] 197 199[10] 257,8 271,4 295,2 303,8[11] 309,9[12] 312,1[13] 316,3[14] 319,8[15] 325,1 335,4[16]

Иҡтисады

Иҫкәрмәләр

  1. Указана высота над уровнем моря центра города
  2. Новые автомобильные номера Узбекистана. Справочник Узбекистана—Золотые Страницы
  3. Вил Мирзаянов: «Новичок» можно синтезировать или украсть, но применить его смогут немногие. Русская служба Би-би-си, Вашингтон (16 март 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2018. Архивировано 17 март 2018 года.
  4. В британской лаборатории не смогли установить происхождение «Новичка». Росбизнесконсалтинг (3 апрель 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2018. Архивировано 26 май 2021 года.
  5. И. А. Каримов вручил столице Каракалпакии орден «Дустлик». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2018. Архивировано 25 сентябрь 2018 года.
  6. Указ Президента Республики Узбекистан от 11 сентябрь 2003 года № УП-3314 «О награждении города Нукуса орденом «Дўстлик»
  7. 1 2 3 по БСЭ
  8. перепись 1989. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2018. Архивировано 21 октябрь 2006 года.
  9. «Современный толковый словарь»: изд. «Большая Советская Энциклопедия», 1997
  10. по Microsoft Encarta 2006
  11. Количество населения в Республике Каракалпакстан по состоянию на 2016 год. Портал открытых данных Республики Узбекистан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2016. Архивировано 15 июнь 2018 года.
  12. Число постоянных жителей в Республики Каракалпакстан на 1 октября 2017 года. Портал открытых данных Республики Узбекистан (2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2018. Архивировано 18 август 2018 года.
  13. НӨКИС ҚАЛАСЫ ҲАҚҚЫНДА МАҒЛЫЎМАТ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2018. Архивировано 25 сентябрь 2018 года.
  14. Население. СОВЕТ МИНИСТРОВ РЕСПУБЛИКИ КАРАКАЛПАКСТАН ПОРТАЛ ГОСУДАРСТВЕННОЙ ВЛАСТИ РЕСПУБЛИКИ КАРАКАЛПАКСТАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2019. Архивировано 17 июль 2019 года.
  15. Статистика бойынша Қарақалпақстанда ең көп халық Нөкис қаласында жасайды. Районлардағы адам саны. Informaсiyalɩq portal. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2020. Архивировано 6 февраль 2020 года.
  16. Nókis qalası turaqlı xalıq sanı (ҡарағалп.). https://qqavtojol.uz (14 апрель 2023).