Ньяса

Нья́са[1] (шулай уҡ Мала́ви, ингл. Nyasa йәғни Malawi, порт. Lago Niassa) — Көнсығыш Африкалағы күл. Көнсығыш Африка рифт үҙәне күлдәре араһында майҙаны буйынса иң ҙур күл. Малави, Мозамбиком и Танзанией. Төньяҡтан көньяҡҡа табан 560 км һуҙылған, максималь тәрәнлеге — 706 м. Донъяла сөсө күлдәр араһында ҙурлығы буйынса туғыҙынсы, ә тәрәнлеге буйынса өсөнсө урынды биләй.

«Ньяса» — яо халҡының телендә «күл» тип аңлатыла.

География

Күл Көнсығыш Африка рифт үҙәненең көньяҡ осонағы ер ҡабығынағы йыйырсыҡты тултыра. Оҙонлоғо 584 км, киңлеге 16—80 км. Майҙаны — 29 604 км²[2], уртаса тәрәнлеге 292 м, иң ҙур тәрәнлеге — 706 м. Күлдең дөйөм күләме — 8 400 км³.

Күл бассейнынң күп өлөшөн таулыҡтар һәм тауҙар биләй, улар рифт үҙәненең сиктәре булып тора.

Күлгә 14 йылға ҡоя. Төп ҡушылдыҡтары: Рухуху, Сонгве, Төньяҡ һәм Көньяҡ Рукуру, Двангва, Буа һәм Лилонгве. Күлдән берҙән-бер сығыусы йылға — Шире (Замбези бассейны)[3].

undefined

Күлдең һәм уның бассейнының ҙур өлөшө (68 %) Малави сиктәрендә урынлашҡан; күл бассейнының 25 %-ы — Танзания территорияһына, 7 % — Мозамбикка керә. Мозамбик сектороның үҙәгендә, күлдең көнсығыш өлөшөндә Малави дәүләтенә ҡараған Ликома һәм Чисумулу утрауҙары урынлашҡан.

Төрлө баһаламалар буйынса Ньясала, 500-ән 1000-гә тиклем балыҡ төрө тереклек итә[4].

Күлдә балыҡсылыҡ үҫешкән. Күлдән сыҡҡан Шире йылғаһында гидроэлектростанция төҙөлгән, ул Малави өсөн төп электрлыҡ сығанағы булып тора.

Төп порттары: Манки-Бей, Чипока, Нхотакота, Нката-Бей, Каронга (барыһы ла Малавила), Манда (Танзания) һәм Кобве (Мозамбик).

Европалылар араһынан тәүге булып 1616 йылда португал сәйәхәтсеһе Гашпар Букарру күлде күрә[5]. Әммә ғилми әҙәбиәттә бына 1860 йылда булған инглиз сәйәхәтсеһе Дэвид Ливингстон күлде «асыусы» тип иҫәпләнә, ул Ньясаны «йондоҙҙар күле» тип атаған[6].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Атлас мира. — М.: Федеральная служба геодезии и картографии России: Издательский дом «ОНИКС 21 век», 2003. — 448 с., ил. ISBN 5-85576-095-2
  2. ↑ Malawi Cichlids. AC Tropical Fish. Aquaticcommunity.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2007.
  3. ↑ Lake Malawi. World Lakes Database. International Lake Environment Committee Foundation. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2007. Архивировано 5 февраль 2012 года. 2007 йылдың 10 февраль көнөндә архивланған.
  4. ↑ Protected Areas Programme. United Nations Environment Programme, World Conservation Monitoring Centre, UNESCO (October 1995). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2008. Архивировано 11 май 2008 года. 2008 йылдың 11 май көнөндә архивланған.
  5. ↑ Давид Ливингстон. Жизнь исследователя Африки М. «Мысль» 1984 2009 йылдың 19 октябрь көнөндә архивланған.
  6. ↑ Luxury Malawi Safari — Lake Malawi, Liwonde, Likoma Island : Wilderness Journeys 2011 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.

Һылтанмалар