Огайо (йылға)

Огайо (ингл. Ohio River) — АҠШ-тың көнсығышындағы йылға, Миссисипи йылғаһының һул һәм иң мул һыулы ҡушылдығы.

undefined

Гидрология

Бассейн майҙаны 528,1 мең км². Метрополис ҡалаһы янындағы һыу сығымы яҡынса 8000 м³/сек, йыл дауамында ағып төшкән һыу күләме яҡынса 250 км³. Иң ҙур һыу күтәрелеше урындары: Питсбург (10‒12 м), Цинциннати (17‒20 м), тамағында (14‒16 м). Ваҡыты менән көслө һыу баҫыуҙары күҙәтелә; 1887, 1913, 1927, 1937 йылдарҙа улар ҙур һәләкәткә килтерә. Огайо һыуҙары сәнәғәт предприятиеларының ҡалдыҡтары тарафынан ныҡ бысранған.

Огайо йылғаһы Аппалач тауҙарында башланған Аллегени һәм Мононгахела йылғаларының Питтсбургта ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Оҙонлоғо 1579 км (Аллегейни йылғаһы менән бергә — 2102 км). Луисвилл ҡалаһына тиклем Огайо йылғаһы Аппалач платоһы, ә артабан — Үҙәк тигеҙлектәр буйлап аға.

Йылға буйында урынлашҡан иң ҙур ҡалалар: Питтсбург, Хантингтон, Портсмут, Цинциннати, Ковингтон, Луисвилл, Уилинг, Эвансвилл һәм Метрополис.

Эре ҡушылдыҡтары: Аллегейни, Мононгахела, Бивер, Уилинг-Крик, Литл-Маскингум, Дак-Крик, Маскингум, Литл-Канова, Хокинг, Канова, Гайандотт, Биг-Сэнди, Литл-Сэнди, Сайото, Литл-Сайото, Литл-Майами, Ликинг, Майами-Ривер, Солт, Кентукки, Грин-Ривер, Уобаш, Камберленд, Теннесси.

Хужалыҡта әһәмиәте

Йылғаның барлыҡ оҙонлоғонда суднолар йөрөй ала (суднолар йөрөшөнөң гарантиялы тәрәнлеге 2,7 м). Суднолар йөрөшө тәрәнлеген тәьмин итеү өсөн Огайола гидроузелдар каскады төҙөлгән. Йылға бассейнындағы һыу юлдарының дөйөм оҙонлоғо яҡынса 4000 км. Луисвилл ҡалаһы янындағы тупһаларҙы уратып каналдар яһалған. Йылға бассейнында эре ГЭС-тар бар, уларҙың күбеһе Теннесси йылғаһында урынлашҡан.

Һылтанмалар