Оломоуц крайы

Оломоуц крайы (чех Olomoucký kraj) — административ берәмек, Чех республикаһының төньяҡ-көнбайышында һәм Моравия тарихи өлкәһенең үҙәк өлөшөндә, шулай уҡ өлөшләтә Силезияла урынлашҡан.

Төньяҡта 104 км оҙолоҡта Польша менән сикләшә Шулай уҡ край Чехияның Моравия-Силезия, Злинский, Көньяҡ Моравия һәм Пардубицкий крайҙары менән сиктәш

Оломоуц крайының майҙаны 5267 квадрат километрға тиң, был Чехия территорияһының 6,7%-ы. Крайҙың административ үҙәге — Оломоуц ҡалаһы.

Халыҡ

Төбәктә 398 тораҡ пункты иҫәпләнә, шул иҫәптән 26 ҡала, унда 628 427 кеше (2011 йыл халыҡ иҫәбен алыу буйынса) йәшәй, былл край халҡының 57,5%-н тәшкил итә.

Ҡалалар

Ҡала Халыҡ



(2005 йылдың 31 декабре)
Оломоуц 381 100
Простеев 058 47
Пршер 858 46
Шумперк 196 28
Сиге 525 19
Забржег 268 14
Штернберк 872 13
Есеник 12 377
Уничов 283 12
Литовель 10 073
Товачов 2 508
Кралица-на-Карамышев 450 1

Административ бүленеше

undefined

Крайы 5 районға бүленгән:

Район Майҙан,



км²
Халҡы,[7]



кеше (2011)
Тораҡ пункттар һаны
Есеник 719 779 38 24
Оломоуц 1620 230 408 96
Простеев 770 859 107 97
Пршер 845 130 082 104
Шумперк 1313 299 121 77

Иҡтисад һәм транспорт

Төбәк. өлөшө тулайым Чехия милли продуктының 4,8%-н тәшкил итә..

Крайҙың үҙәгендә һәм көньяғында ауыл хужалығы продукттары (атап әйткәндә, иген культуралары һәм шәкәр сөгөлдөрө) етештерелә һәм уны эшкәртеү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте бар. Шулай уҡ крайҙар туҡыу һәм тегеү сәнәғәте предприятиелары, машиналар төҙөү һәм оптика сәнәғәте бар.

Транспорт инфраструктураһына 744 км тимер юлы һәм 3461 км автомобиль юлы инә.

Оломоуц эргәһендә халыҡ-ара аэропорт бар.

Туризм

Jeseníky ҡурсаулығы, ундағы 45 метрлыҡ шарлауыҡ һәм һыуһаҡлағыс туристарҙы йәлеп итеүсе урын булып тора. Litovelské Pomoraví ҡурсаулығында урман массивтары дәүләт һаҡлауы аҫтында тора.

Тәбиғи ландшафттан тыш, иҫтәлекле тарихи урындар бар, мәҫәлән, Бузов (Bouzov), Штернберк (Šternberk), Усов (Úsov), Товачов (Tovačov) замоктары.

Оломоуц ҡалаһының тарихи үҙәгендәге архитектура объекттары бик күп, улар ренессанс, барокко мәҙәниәте ҡомартҡыһы булып һаҡлана.

Барокко стилендәге Изге Троица Колоннаһы ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекты булып тора.

Һылтанмалар

Категориялар