Омельяненко Александр Владимирович
Алекса́ндр Влади́мир улы Омелья́ненко (рус. Омельяненко Александр Владимич; 1974 йылдың 8 майы, Лепельский район[d], Витебск өлкәһе[d]) — капитан (Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелгәндә), Рәсәй Хәрби-һауа көстәренең осоусы-штурманы. Икенсе Чечен һуғышында ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). Полковник.
Биографияһы
Александр Владимирович Омельяненко 1974 йылдың 8 майында Белорус ССР-ының Витебск өлкәһе Лепель районы Яңы Заслоново ауылында Совет Армияһы офицеры ғаиләһендә тыуған. Бала сағында атаһының хеҙмәт урындары буйынса Германиялағы һәм Тираспольдәге гарнизондарҙа йәшәгән. 1991 йылда урта мәктәпте тамамлаған. 16 йәшендә беренсе мөстәҡил осош яһаған. Мәктәптә уҡыу менән бер рәттән ДОСААФ аэроклубын тамамлаған.
1991 йылдың авгусынан — Ҡораллы Көстәрҙә. 1996 йылда Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын тамамлай. Краснодар крайы Кореновск ҡалаһында дислокацияланған 4-се Хәрби-һауа көстәре һәм Һауаға ҡаршы оборона армияһының 55-се айырым вертолёт полкында хеҙмәт итә.
Икенсе Чечен һуғышында ҡатнашыуы
Икенсе Чечен һуғышында ҡатнаша. Дағстанға һәм Чечен Республикаһына 5 командировка яһай:
- 1999 йылдың 1—25 сентябре
- 2000 йылдың 10 ғинуарынан 20 февраленә тиклем
- 2000 йылдың 24 октябренән 29 ноябренә тиклем
- 2001 йылдың 13 майынан 12 июленә тиклем
- 2002 йылдың 25 майынан 25 июненә тиклем
2001 йыл аҙағына хәрби осош ваҡыты 1000 сәғәттән ашыу тәшкил итә.
2001 йылдың 17 октябре — Марух артылышындағы алыш
17 октябрҙә майор К. П. Кистень экипажы составында ҡатлы ауыр метеошарттарҙа Гелаев отрядының террорсыларын эҙләү һәм юҡ итеү маҡсатында Марух артылышы районына оса. Террорсылар төркөмө Марух йылғаһының тамағы районында табыла. Омельяненко пушка уты менән 10-ға яҡын боевикты юҡ итә. Алыш барышында вертолётҡа ПЗРК ракетаһы атыла; командир ракетаға ҡаршы манёвр яһап ҡанаты менән ҡалҡанлай, ләкин ракета шартлауының ярсыҡтары һул консолгә, несә винтка, фюзеляжға һәм яғыулыҡ системаһына эләгә, «төп гидросистема отказы» таблоһы ҡабынa. Вертолёт идара итеүгә буйһонмаҫлыҡ хәлгә етә. Экипаж шарлауыҡ районында бәләкәй майҙансыҡҡа ултырырға мәжбүр була. Боевиктар ултырыу урынына ынтылғанда, борт ҡоралы уты менән таратыла. Ерҙә ҡарап сыҡҡандан һуң, Кистень менән Омельяненко аэродромға ҡайтырға ҡарар ҡабул итәләр, сөнки боевиктар яҡынлашҡан була. Бик ауыр шарттарҙа, яралы вертолётта, экипаж оса ала һәм хәүефһеҙ районға сыға.
Хәрби-һауа академияһы һәм артабанғы хеҙмәте
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 2001 йылдың 28 ноябрендә Төньяҡ Кавказ регионында хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Омельяненко Александр Владимировичҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә, «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 743) тапшырыла.
Рәсәй Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 2005 йылда Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлай. Рәсәй Федерацияһы Милли оборона менән идара итеү үҙәгендә һауа киңлеген көйләү буйынса йүнәлеш начальнигы, артабан — Ҡораллы Көстәр авиацияһы осоштарын координациялау һәм контролдә тотоу үҙәге начальнигы урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Мәскәүҙә йәшәй.
Полковник. Миҙалдар менән бүләкләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Рәсәй Федерацияһы Геройы (28.11.2001, «Алтын Йондоҙ» миҙалы № 743)