Орск (аэропорт)
Орск аэропорты — федераль әһәмиәттәге халыҡ-ара аэропорт[2], Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһының тирә-яғында, ҡаланың үҙәк өлөшөнән 17 км көньяҡтараҡ, РФ дәүләт сигенә яҡын урынлашҡан.
Орск-Новотроицк 320 меңдән ашыу кешеле сәнәғәт төйөнөнөң халҡын, шулай уҡ Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһы кешеләрен (Орскиҙан Аҡтүбәгә тиклем 134 км алыҫлыҡ) хеҙмәтләндерә.
Дөйөм мәғлүмәттәр
Яһалма осоу-ултырыу һыҙаты 1987 йылда төҙөлгән. Ул төҙөлгән осорҙа, 1984 йылдан алып 1987 йылдар буйынса, граждандар һауа судноларын Орск-Первомайский хәрби аэродромы ҡабул иткән.
Совет осоронда Орск аэропортында Ырымбур берләшкән авиаотряды составының йәйге эскадрильяһы урынлашҡан. 1990 йылда уны Ан-24, ә 1991 йылдан алып Ту-134 самолеттары хеҙмәтләндерә.
2012 йылға тиклем Орск аэродромына көньяҡ-көнбайыш йүнәлешенән килгән самолеттарҙы аэродромға ултыртыуҙы хеҙмәтләндереүсе радиостанция Ҡаҙағстан республикаһы территорияһына ҡараған була. Рәсәй һәм Ҡаҙағстан демаркация комиссиялары эше арҡаһында ике ил араһындағы мәсьәлә тиң итеп хәл ителә: ике ил территориялары тиң итеп бүленә.
Тарих[3]
- 1958 — Орск ҡалаһында беренсе аэропорт ойошторлоа, уның составында Ан-2 һәм Як-12 самолеттары була.
- 1982 — Орскиҙа яңы аэропорт төҙөлә башлай (хәҙерге урын), һөҙөмтәлә Ла-410. самолеттарын аэропорт ҡабул итә ала.
- 1987 — яһалма осоу-ултырыу һыҙаты файҙаланыуға тапшырыла, һөҙөмтәлә Ту-134 самолеттарын ҡабул итәләр.
- 1990 — Орск летчиктары Ан-24 самолетын эксплуатациялай башлай.
- 1991 — Орск летчиктары Ту-134 самолеттарын Орск — Мәскәү рейсы буйынса йөрөтә башлай.
- 1993 — осоу-ултырыү һыҙатын реконструкциялау арҡаһында Орск аэропортына Ту-154 самолетының техник рейсы башҡарыла.
- 2011 — яһалма осоу-ултырыу һыҙаты ремонтлана, аэропорт эштәре 2011 йылдың 1 июненән 31 авгусҡа тиклем регламентҡа ҡуйыла— 15:00 −03:00 UTC-ҡа тиклем. Самолет 3-сө һәм 4-се класс самолеттары грунт осоу-ултырыу һыҙатына, вертолеттар — перронда ҡабул ителә[4].
Ҡабул ителгән Һауа судноһы типтары
Ан-12, Ан-24, Ан-72, Ил-62, Ил-76, Л-410, Ту-134, Ту-154, Ту-204, Ту-214, Як-40, Як-42, Airbus A319, A320 Airbus, Boeing 737—300(-400,-500,-700,-800), Bombardier CRJ 100/200, Embraer E-190, Sukhoi Superjet 100 һәм еңел, бөтә төр вертолеттар. Осоу-ултырыу һыҙатының классификация һаны (PCN) 30/F/C/X/T.
Эшмәкәрлек күрһәткестәре
Авиакомпаниялар һәм йүнәлештәр
2018 май
| Авиакомпанияһы | Тәғәйенләнеш пункттары | Самолеттар төрҙәре |
|---|---|---|
| Мәскәү (Шереметьево) | 190 Embraer |
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://www.favt.ru/public/materials//4/3/a/9/7/43a97dc7930186c6dcb90c17e799a247.pdf
- ↑ 2016 йылдың апрелендә рәсәй федерацияһы хөкүмәте бойороғо менән 20-се һанлы 726-р «федераль әһәмиәттәге аэропорттарҙың исемлеген раҫлау тураһында»[1]
- ↑ ORENAIR (15 август 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2018. Архивировано 15 август 2008 года. 2008 йылдың 15 август көнөндә архивланған.
- ↑ Орск аэропорт сикләү тураһында мәғлүмәт.
- ↑ Объемы перевозок через аэропорты России за январь-декабрь 2014-2015 гг. Росавиация. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2018. 2016 йылдың 17 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Объемы перевозок через аэропорты России за январь-декабрь 2015-2016 гг. Росавиация. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2018. 2017 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Объемы перевозок через аэропорты России за январь-декабрь 2016-2017 гг. Росавиация. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2018. 2018 йылдың 28 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Аэропорт Орск в каталоге аэропортов СНГ
- Схема (кроки) аэродрома Орск(недоступная ссылка)
- Аэродром Орск. Карта аэродромов России. maps.aopa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2016-7-14.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |