Пазарджик
Пазарджик (тиклем 1934 йылда — Татар Пазарджик) — Болгарияның көньяғындағы ҡала, Үрге Фракия уйһыулығының үҙәк өлөшөндә, Родопи тауҙарынан төньяҡтараҡ, Марица йылғаһы буйында, Софиянан 110 км алыҫлыҡта , ҙурлығы буйынса илдә икенсе урында булған Пловдивтан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Пазарджикка1485 йылда нигеҙ һалынған. Осло башлы 20 мәсет манараһы ҡаланың борондан ҡалған йөҙөн билдәләй Бөгөнгө көндә ҡалала ике мәсет кенә һаҡланған — Эскиджамия (1540) һәм Куршумджамия (1667) мәсеттәре.
|
Сәйәси хәл
Туғанлашҡан ҡалалары — Ставрополь (Ставрополь крайы)
Билдәле кешеләр
- Величков, Константин (1855—1907) — болгар яҙыусыһы, шағир, ижтимағи-сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, рәссам.
- Георги Георгиев (1976) — дзюдоист спортсы. 2004 йыл олимпия уйындарының бронза призеры (Афина).
- Джуджев, Стоянок (1902—1997) — болгар музыка белгесе һәм фольклорсыһы.
- Муравиев, Константин (1893—1965) — Болгарияның премьер-министры (1944).
- Траянов, Теодор (1882—1945) — болгар шағиры. Пазарджиктың почетлы гражданы.
- Фурнаджиев, Никола (1903—1968) — болгар шағиры.
- Ваня (1977) — болгар поп-фолк-йырсыһы