Патон күпере
Е. О. Патон исемендәге күпер (Патон күпере; укр. міст Патона) —Киевта Днепр аша күперҙәрҙең береһе.
Төҙөү 1940 йылда башлана. 1953 йылда төҙөлә, күпер аша хәрәкәт 1953 йылдың 5 ноябрендә асыла[1].
Оҙонлоғо — 1543 м.
Кесе округ юлының өлөшө.
Конструкцияһы
Күпер урҙалы конструкцияларҙан, тоташ төп урҙалы оҙонлоғо 58 һәм 57 м ике тамғалы киҫелештә, бейеклеге 3,6 м, 26 тороҡло, кессон нигеҙендә таяныстарҙан тора. Тороҡло төҙөлөштәр 29 метр оҙонлоҡтағы бер типтағы 264 блоктан тора, монтажлау ваҡытында 10668 метр йөйҙәр иретеп йәбештерелә. Йөрөй торған юл өлөшөнөң киңлеге 21 метр, тротуарҙың киңлеге — 3-әр метр. Хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн 1968 йылда Патон күперендә ярым ҡаты декоратив-художестволы ҡоймалар эшләнә (СССР-ҙа беренсе тапҡыр). Уны Донецк ҡалаһынан «Ремкоммунэлектротранс» предприятиеһы башҡара. 1954 йылдың 1 ноябренән 2004 йылдың 9 июненә тиклем күпер буйлап трамвай юлы үтә.
Күпергә инеү урыны уң яҡ ярҙан дорический ордер пропилеялары менән, һул яҡтан — бейеклеге 20 метрлы ике колонна менән биҙәлгән.
Патон күперен проектлайҙар һәм төҙөйҙәр:
- «Укрпроектстальконструкция» институты, Киев.
- 1 -се һанлы Мостострой тресы, Киев.
- Е. О. Патон исемендәге УССР фәндәр академияһының иретеп йәбештереү институты.
- И. В. Бабушкин исемендәге Днепропетровск металлоконструкция заводы.
Күперҙе проектлауҙа һәм төҙөүҙә академик Евгений Оскарович Патон туранан-тура ҡатнаша, ҡоролма уның исеме менән атала[2].
Европала төҙөлөш мәлендәге иң ҙур күпер, бөтә йөйҙәре, шулай уҡ монтажлау эштәре лә беренсе тапҡыр автоматик сварка ярҙамы менән башҡарыла[3].
2009 йылда Патон күперенә транспорт өсөн һул яҡтан инеү урыны яңыртыла.
Патон күперендә трамвай
2004 йылда күпер яңыртылғанға тиклем, Патон күперенән, һул яҡ яр өлөшөн уң яҡ яр менән тоташтырыусы трамвай юлы үтә. Реконструкция процессында трамвай юлдары һүтеп ташлана, ә күпер буйлап троллейбус юлы һалына, ул трамвай маршруты буйынса пассажирҙарҙы ташыуға һәләтһеҙ булып сыға. Һөҙөмтәлә Киев трамвайы системаһы һул яҡ ярҙағы һәм уң яҡ ярҙағы ике селтәргә бүленә, был Днепрҙың уң һәм һул яҡ яры буйынса трамвай юлын тыйыу буйынса ҡаршылыҡ акцияһы һәм ҡултамғалар йыйыуҙы тыуҙыра.
2006 йылда Набережный шоссеһы буйынса һалынған трамвай юлын һүтеү планлаштырыла. Был трамвай һыҙығының булмауы киев трамвайының уң һәм һул яҡ яры селтәренең Патон күпере аша трамвай юлын тергеҙеү мөмкин булмаясаҡ. Киев ҡала советына яңы ҡала башлығы Лконид Черновецкий килеүе менән һүтеп ташлауҙы кисектерәләр, ә 2008 йылда ҡала хакимиәте рәсми рәүештә был урамдағы трамвай юлын һүтеп алыу тураһында мәғлүмәтте кире ҡаға[4]. Һуңыраҡ Патон күперендәге трамвай һыҙығын тергеҙеү пландары тураһында мәғлүмәт тарала[5], ләкин бер йылдан һуң трамвай юлдарын Контрактов майҙанынан һүтеү тураһында иғлан ителә, уларҙың юҡлығы Набережный шоссеһы буйлап юлды айыра, ә трамвай юлын Патон күпере аша тергеҙгән хәлдә әһәмиәте булмай.
Яңыртыу
Күперҙе реконструкциялау кәрәклеген беренсе тапҡыр 1990 йылда һөйләй башлайҙар. Әммә ул ваҡытта аҡса булмай. 2012 йылда үтәсәк футбол буйынса Европа чемпионатына әҙерлек барышы менән бәйле 2008 йылда реконструкциялау тураһында тағы һүҙ килеп сыға. Атап әйткәндә, проект әҙерләнә, уға ярашлы, уның тимер япмаһын еңел металл менән алмаштырыу планлаштырыла. Күперҙең киңлеге 21 метрҙан 38 метрға тиклем киңәйтеү күҙ уңында тотола[6]. Шулай ҙа финанс кризис менән бәйле күперҙе яңыртыу кисектерелә. 2011 йылдың 27 майында Украинаның премьер-министры Николай Азаров, Дарницкий тимер юлы һәм автомобиль юлдары күпере һәм Подольск-Воскресенск күпере аша сығыу юлдары төҙөлөп бөткәндән һуң Киевта Патон күперен реконструкциялау башлана тип белдерә[7].
Фотоһүрәттәр
Иҫкәрмәләр
- ↑ Торжественное открытие моста, 5 ноября 1953 года // Фото Мельника М. А. — ЦГА КФФД им. Г. Пшеничного. — Киев 2022 йылдың 6 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Постанова Бюро ЦК КП України від 18 серпня 1953 року «Про присвоєння Київському суцільнозварному міському автодорожньому мосту через р. Дніпро ім’я Є. О. Патона» // ЦДАГО України, ф. 1, оп. 6, спр. 1920, арк. 93.
- ↑ Первый цельносварной мост / А. В. Перельмутер // Журнал «Промислове будівництво та інженерні споруди», — 2012. — № 1. — С.33-35.
- ↑ Чутки про демонтаж трамвайної лінії на Набережному шосе не відповідають дійсності. 2012 йылдың 4 май көнөндә архивланған. (укр.)(укр.)
- ↑ На мост Патона вернут трамвай.
- ↑ Мосту Патона исполняется 55 лет. 2013 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Азаров візьметься за міст Патона після будівництва Дарницького та Подільського мостів (укр.)(укр.)
Һылтанмалар
- WWW Веб-энциклопедия Киева 2007 йылдың 7 октябрь көнөндә архивланған. (укр.)(укр.)
- Энциклопедический справочник «Киев» / Под ред. А. В. Кудрицкого. — Киев: Главная редакция Украинской Советской Энциклопедии, 1982. — С. 422
- Козлов К. Памяти трамвайной линии на мосту им. Патона // urbantransport.kiev.ua (укр.)(укр.)