Пермь Еренең Рус дәүләтенә ҡушылыуы

Пермь Еренең Рус дәүләтенә ҡушылыуы — XV быуаттың икенсе яртыһында — XVI быуат башында Пермь Еренең Рус дәүләте составына инеүе[1].

Ҡушылыуҙың төп этаптары

Новгородтан бәйлелек

XII быуаттан да һуң түгел Пермь ерҙәре Новгород республикаһынан яһаҡлы бәйлелектә була һәм Югра менән бергә 1264, 1304—1305, 1471 йылғы килешеүҙәрҙә Новгород «улустары» булараҡ иҫкә алына. Шул уҡ ваҡытта XIIIXIV быуаттарҙа Кама алдына Урҙаға барышлай Владимир-Суздаль һәм Мәскәү кенәздәре килә[1][2].

1471 йылғы хәрби еңелеүҙәрҙән һуң Новгород Мәскәүгә үҙенең көнсығыш биләмәләрен, шул иҫәптән Пермь ерҙәрен бирә[1][3].

Мәскәүгә буйһоноу

1451 йылда бөйөк Мәскәү кенәзе Василий II Тёмный Пермь Вычегодскиҙа үҙенең наместниктары итеп кенәз Ермолайҙы һәм уның улы Василийҙы тәғәйенләй, ә Ермолайҙың икенсе улы Михаилды Бөйөк Пермь кенәзлегенең вассал хакимы итеп ултырта[1].

undefined

1471 йылда Иван III Пермь еренә воевода Фёдор Пёстрыйҙы ебәрә. Ул 1472 йылда ул уны Бөйөк Мәскәү кенәзлегенә буйһондора һәм Покчала ҙур булмаған нығытма төҙөтә. Шуға ҡарамаҫтан, идара итеүенең ахырына тиклем Иван III крайҙың номинал хакимы итеп кенәз Михаил Пермскийҙы ҡалдыра (ғәмәлдә хаким Пермь епискобы Филофей була)[1][4].

1505 йылдың яҙында Иван III Васильевич «свёл с Великие Перми вотчича своево князя Матфея и родню и братию ево». Шунан һуң ерҙәр менән Мәскәү наместниктары: воевода кенәз Ковров Василий Андреевич һәм уның вариҫтары идара итә башлай и его преемниками[1][5].

Артабанғы үҙләштереү

Мәскәү кенәздәре ҡалалар төҙөй башлай, яһаҡҡа һәм пошлинаға ваҡытлыса ташламалар бирәс. Крайға халыҡты күсереп ултыртыу һәм уны сәнәғәт йәһәтеннә үҙләштереүгә Строгановтар күп эшләй. Улар 1517 йылда бөйөк кенәздән Сольвычегодскиҙа тоҙ ҡайнатыуға, 1558 йылда төбәктең ҙкр ерҙәренә грамота ала. XVII быуатта Пермь ере өс: Чердынск, Соликамск һәм Көнгөр өйәҙенә бүленә[1][5][6].

Урындағы халыҡты христианлаштырыу

undefined

Пермь ерҙәренең Рус дәүләтенә индереү процесында сиркәү мөһим роль уйнай[1].

Халыҡ араһында традицион коми-пермяк мәжүсилеге өҫтөнлөк итә. Чердынь менән Искор ғибәҙәтханалары нығытылмаған була. XIV быуат һуңында Кама буйы территорияһына православие үтеп инә. 1383 йылда епископ Стефан Пермский беренсе Пермь епискобы итеп ҡуйыла Йылъяҙмала был ваҡиға түбәндәгесә тасуирлана:

« «приде Стефан до митрополита до Москвы для новокрещении пермяки епискупа просити. Пимен митрополит с князем с Дмитрием сразсудив, поставил его Стефана епискупом пермскую землю». »

Сиркәү мөнәсәбәте буйынса Бөйөк Пермь Новгород епархияһына ҡарағанлыҡтан, был низағ тыуҙыра. Новгород Пермь еренә ике тапҡыр ҡораллы отрядтар ебәрә. Тиҙҙән низағ көйләнә — Новгород Мәскәү тәғәйенләгән Пермь епискобын таный. Стефан Пермскийҙың Пермь ере территорияһында булыуын раҫлаған бер генә документ та булмаһа ла, ул унда Пермь епархияһы нигеҙләүсе тип таныла. XV быуатта Пермь епископтары Мәскәү яҡлы була. Пермь епискобы Питирим Мәскәү кенәзлегендәге феодаль һуғыш шарттарында, 1447 йылда Рустең башҡа сиркәү иерархтары менән бергә уның көнәркәше кенәз Дмитрий Шемякаға ҡаршы анафема яҙып, Василий II яҡлай. Ярҙам шулай уҡ 1450 йылда Питримдың Бөйөк Устюгты Шемяканан яҡлау өсөн пастваһын ебәреүҙә лә сағыла, ә ике Пермь сотнигын Шемяка язалай[1].

Коми-пермяктарҙы христианлаштырыуҙың беренсе ынтылышын 1455 йылда епископ Питирим яһай, әммә баҫып ингән вогуличтар тарафынан үлтерелә. 1462 йылда Ион Пермский Бөйөк Пермде «суҡындырырға» маташа. Ошо мәлдән крайҙа тәүге ҡорамдар һәм монастырҙар барлыҡҡа килә. Шуға ҡарамаҫтан, XVI быуатта кенәзлек халҡының бер өлөшө мәжүси ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлай[7][8].

Пермдең ҡушылыу ваҡыты тураһында бәхәстәр

Рәсәй тарихын өйрәнеү фәнендә Пермь Еренең Рәәсйгә ҡушылыу датаһы тураһындағы мәсьәлә бәхәстәр тыуҙыра. В. А. Оборин, Г. Н. Чагин, Л. Д. Макаров кеүе ғалимдар был ваҡиғаны 1451 йылға, Михаил Ермолич Пермь ерендә Мәскәү кенәзе Василия II Тёмныйҙың наместнигы итеп тәғәйенләнгәнеүгә бәйләй. Шулай итеп, улар фекеренсә, «Пермь Ере рус дәүләте составына тыныс ҡына инә»[9]. Башҡа тикшеренеүселәр был ваҡиғаны оҙайлы процесс тип баһалай. Мәҫәлән, Е. В. Вершинин Чердынск походынан (1472) һәм ҡабаттан ант биргәндән һуң ғына Михаил ғәмәлдә Мәскәү наместнигына әүерелә, шуның менән Бөйөк Пермгә Мәскәү дәүләте өсөн ғәҙәти булған идара итеү системаһы тарала[10]. О. В. Семёнов инеп бөтөү датаһын, наместник Бөйөк Пермь кенәздәре араһынан тәғәйенләнмәгән 1505 йылға күсерә. Был ваҡытта наместниклыҡтың нәҫелдән күсеүенә нөктә ҡуйыла һәм устав грамотаһына ярашлы тәртипкә алмаштырыла[11][12].

Пермь Еренең Рус дәүләте составына кереүен 1451 йыл менән билдәләгән ғалимдарҙың позицияһы Вычегодск-Вымск йылъяҙмаһы мәғлүмәтенә нигеҙләнә. Йылъяҙма буйынса, Мәскәү кенәзе Василий II Тёмный:

« «прислал… на Пермскую землю наместника от роду вереиских князей Ермолая да за ним Ермолаем да за сыном ево Василием правити Пермской землёй Вычегоцкою, а старшево сына тово Ермолая, Михаила Ермолича, отпустил на Великая Пермь на Чердыню. А ведати им волости вычегоцкие по грамоте наказной по уставной»[9]. »

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер тикшеренеүселәр (С. М. Соловьёв, О. В. Семёнов) Бөйөк Пермь кенәздәренең барыһы ла сығышы менән Пермдән булыуына иғтибар итә һәм формаль яҡтан Бөйөк Пермдең 1470 йылдар башына тиклем Новгородҡа буйһонғанын белдерә. Шулай уҡ XV быуат уртаһына Пермь Ерен Рәсәй составына индереү өсөн ни тышҡы, ни эске шарттар: йоғонтоло рус халҡы, терәк пункттары селтәре тармағы булмай, край ситтә ята, вогуличтар даими барымта яһай. Йәғни Бөйөк Пермь кенәзлегенең XV быуаттың икенсе яртыһында Рәс дәүләтенә инеүе тураһында түгел, ә унан буйһоноулы булыуы тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин[13].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 История Урала с древнейших времён до 1861 года / отв. ред. А. А. Преображенский. — М.: Наука, 1989. — С. 139—150.
  2. Корчагин П. А. Пермь. «Что в имени» // Вестник Пермского научного центра УрО РАН. — 2013. — № 4. — С. 5—10.
  3. Зуев А. С., Игнаткин П. С., Слугина В. А. Под сень двуглавого орла: инкорпорация народов Сибири в Российское государство в конце XVI — начале XVIII в. — Новосибирск, 2017. — С. 52—72.
  4. Алексеев Ю. Г. Походы русских войск при Иване III. СПб., 2007. — С. 145.
  5. 1 2 Пермская губерния (ЭСБЕ)
  6. Космовская А. А. Воеводское управление в Перми Великой в XVII в. // Вестник Пермского университета. — Серия: История. 2012. — № 1 (18). — С. 136
  7. Корчагин П. А., Шабурова Е. В. ехи крещения и христианизации Перми Великой XV — начале XVIII в.: археологический и искусствоведческий аспекты // Труды Камской археолого-этнографической экспедиции. — 2009. — № 6. — С. 192.
  8. Семенов О. В. О присоединении к Московскому государству Перми Великой // История. — С. 38—39.
  9. 1 2 Семенов О. В. О присоединении к Московскому государству Перми Великой // История. — С. 36.
  10. Семенов О. В. О присоединении к Московскому государству Перми Великой // История. — С. 41.
  11. Семенов О. В. О присоединении к Московскому государству Перми Великой // История. — С. 43—44.
  12. Пермь Великая в составе Русского государства. Энциклопедия «Пермский край». enc.permculture.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2019.
  13. Семенов О. В. О присоединении к Московскому государству Перми Великой // История. — С. 36—38.

Әҙәбиәт

  • Вершинин Е. В. И ещё раз о князьях Вымских и Великопермских// Проблемы истории России. Вып. 3. Екатеринбург, 2000.
  • Голдина Р. Д., Оборин В. А. Историко-культурное наследие городов и заводских поселений Урала: межвузовский сборник научных трудов: Пермский гос. университет, 1995.
  • Головчанский Г. П., Мельничук А. Ф. Строгановские городки, острожки, села. Пермь. 2005.
  • Дмитриев А. А. Покорение угорских земель и Сибири // Пермская старина. Пермь, 1894. Вып. 5.
  • Оборин В. А. Заселение и освоение Урала в конце ХI — начале XVII века. Иркутск: Изд. Иркут. ун-та. 1990.
  • Семёнов О. В. Становление и эволюция системы местного управления на Урале во второй половине XV — перв. пол. XVII в. Екатеринбург: Банк культур. информ., 2006. (Очерки истории Урала. Вып. 40).
  • Уральская историческая энциклопедия (гл. ред.: В. В. Алексеев). Екатеринбург: Академкнига: УрО РАН, 2000.
  • Чагин Г. Н. Власть и управление в Пермской Земли в XV—XVI вв. // Судебник Ивана III: становление самодержавного государства на Руси. СПб. 2004.
  • Чагин Г. Н. Города Пермской Земли Чердынь и Соликамск. Пермь: Кн. мир, 2004.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар