Пермь провинцияһы

Соликамск провинцияһы (1737 йылдан — Көнгөр, 1766 йылда — Пермь) — Рәсәй империяһы прoвинцияларының береһе. Үҙәге — Cоль Камская, 1737 йылдан алып — Көңгөр ҡалаһы.

Тарихы

undefined

1719 йылдың 29 майында Себер губернаһы өс провинцияға бүленә. Соликамск провинцияһы составындағы ҡалалар[1]: Соль Камская — 12 005 ихата; Бөйөк Пермь — 1421 ихата. Тарихсы Н. Г. Устрялов фекеренсә, Бөйөк Пермь төшөнсәһе эсенә Чердынь, Сольвычегодск, Соликамск, Кайгород ҡалалары ингән[2]. Бөйөк Пермь көньяҡтан башҡорт ерҙәре менән сиктәш булған.

1710 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ревизияһы буйынса, Соликамск провинцияһында 13 400 крәҫтиән ихатаһы күрһәтелгән.

1724 йылдың 4 июнендә Көңгөр ҡалаһы Көнгөр өйәҙе менән бергә Вятка провинцияһынан Соликамск провинцияһына күсерелә[3].

1727 йылдың 29 апрелендә Вятка һәм Соликамск провинциялары Ҡазан губернаһы составына индерелә[4].

1737 йылдың 13 авгусында Пермь Провинциаль Воеводаһы Соликамск провинцияһынан Көңгөр ҡалаһына күсерелә, артабан Көңгөр ҡалаһы провинциаль ҡалаһы тип иҫәпләнә[5], ә провинцияһы Көңгөр тип йөрөтөлә башлай[6].

1766 йылғы губерниялар тасуирламаһында Көңгөр провинцияһы Пермь исеме аҫтында күрһәтелә[7].

1781 йылдың 27 ғинуарында Ҡазан губернаһы составындағы Пермь провинцияһы яңы ойошторолған Пермь наместниклығы составына индерелә[8].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Полное Собрание Законов Российской Империи. Том 5. Ст. 3380
  2. ↑ Устрялов Н. Г. Именитые люди Строгановы. 2021 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған. СПб.: Типография штаба военно-учебных заведений, 1842. С. 8-9. Прим. 13.
  3. ↑ Полное Собрание Законов Российской Империи. Том 7. Ст. 4529
  4. ↑ Полное Собрание Законов Российской Империи. Том 7. Ст. 5065
  5. ↑ Полное Собрание Законов Российской Империи. Том 10. Ст. 7347
  6. ↑ Арсеньев К. Статистические очерки России. — СПб: Типография Императорской Академии наук, 1848. — С. 87.
  7. ↑ Арсеньев К. Статистические очерки России. — СПб: Типография Императорской Академии наук, 1848. — С. 96.
  8. ↑ Полное Собрание Законов Российской Империи. Том 21. Ст. 15113

Шулай уҡ ҡарағыҙ