Петр урамы (Таганрог)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Петр урамы
Таганрог
Дөйөм мәғлүмәт
Ил Рәсәй
Төбәк Ростов өлкәһе
Ҡала Таганрог
Элекке исемдәре Ленин урамы
Петр урамы
Большая урамы
Дворян урамы
Мәскәү урамы
2-се буй урам
Оҙонлоғо 2730 м
Почта индексы 347900
картала
Яндекс. Картала
Карта Google-да

Петр урам — Таганрогтың үҙәк урамы. Ҡаланың тарихи үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1-се Крепостной тыҡрығы һәм Дзержинский урамы араһында урынлашҡан. Оҙонлоғо — 2 730 м. Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу 1-се Крепостной тыҡрығынан[1] башлана.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Петр урамы Таганрогҡа нигеҙ һалыусы Петр Беренсе хөрмәтенә атала.

1923 йылдан башлап урам Совет дәүләте юлбашсыһы В. И. Ленин исемен йөрөтә. 1998 йылда урамдың 1-се Крепостной тыҡрығынан алып Дзержинский урамына тиклемге өлөшөнә Петр исеме кире ҡайтарылған. Урамдың совет йылдарында төҙөлгән райондағы өлөшө Ленин урамы[2] тип аталыуын дауам итә.

Урамдың мәҙәниәт Паркынан «Волна» (Тургенев тыҡрығы) ресторанына тиклемге өлөшө XX быуаттың 60-сы—70-се йылдарында халыҡ араһында «Бродвей» тип аталып йөрөтөлә. Был урын ҡаланың киске ял итеп йөрөү[3] өсөн иң матур урыны. Шулай уҡ ҡыҫҡартылған исеме «Брод»[4] та ҡулланыла.

Урынлашҡан биналар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таганрог, Петр урамы, 1917 йылға тиклемге фото, сит телдәр факультеты
Таганрог, Петр урамы, 1917 йылға тиклемге фото
Таганрог, Петр урамы, 1917 йылға тиклемге фото
  • Кульпин йорто — Петр урамы, 30.
  • Янкелевич йорто— Петр урамы, 32.
  • Краснушкин йорто— Петр урамы, 37.
  • Таганрог металлургия колледжы — Петр урамы, 40.
  • Третьяков йорто — Петр урамы, 41, 43, 45.
  • Таганрог идара итеү һәм иҡтисад институты (Серебряков йорто) — Петр урамы, 47.
  • Кобылин йорто — Петр урамы, 49.
  • Таганрог кондитер фабрикаһы — Петр урамы, 51.
  • Скараманга йорто — Петр урамы, 53
  • «Луч» кинотеатры— Петр урамы, 57.
  • Штример аптекаһы — Петр урамы, 61.
  • «Бристоль» ҡунаҡханаһы (элекке «Центральная») — Петр урамы, 64.
  • Таганрог дәүләт педагогия институты (сит телдәр факультеты) — Петр урамы, 68.
  • Магуло йорто — Петр урамы, 70.
  • Таганрог диңгеҙ приборҙары төҙөү колледжы — Петр урамы, 71.
  • Я. С. Поляков йорто — Петр урамы, 72.
  • Ҡала мэрияһы — Петр урамы, 73.
  • Кукольник йорто— Петр урамы, 74
  • Перушина-Гавих йорто — Петр урамы, 79, 81.
  • Арт-кафе «Русский чай» — Петр урамы, 81.
  • Псалти йорто — Петр урамы, 82.
  • НИИ МВС ИТА ЮФУ (Корпус «В» ИТА ЮФУ) — Петр урамы, 81.
  • Рази-Бондаренко йорто — Петр урамы, 84.
  • Элекке ҡала идара йорто — Петр урамы, 87.
  • «Театральное» кафеһы — Петр урамы, 88.
  • «Йәштәр үҙәге» (Уҡытыусы йорто) — Петр урамы, 89.
  • Чехов исемендәге драма театры — Петр урамы, 90.
  • А. П. Чехов исемендәге үҙәк ҡала халыҡ өсөн асыҡ китапхана — Петр урамы, 96.
  • Ҡала мәҙәниәт йорто — Петр урамы, 104.
  • Н. Малыгинаның йәштәр театры — Петр урамы, 104.
  • А. М. Горький исемендәге үҙәк ҡала паркы
  • Таганрог йәштәр Һарайы — Петр урамы, 107.
  • Таганрог машиналар төҙөү колледжы — Петр урамы, 109-А.

Һәйкәлдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Петр урамының исеме 8 тапҡыр үҙгәрә: 2-се буй урамы, Мәскәү урамы, Дворян урамы, Большая урамы, Петр урамы, Ленин урамы, Петр урамы (1941), Ленин урамы (1943), һәм тағы ла — Петр (Дзержинский урамы менән киҫешкән урынға тиклем — артабан Ленин урамы).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Таганрог урамдары исемлеге
  • Таганрог

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Энциклопедия Таганрога. — Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
  2. Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — 166 с.
  3. Феденко А. Театр — любовь моя. — Таганрог: Таганiй РогЪ. — 2008. — 96 с.
  4. Смирнов А. Я всех вас безумно люблю. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2004. — Т. 1. — С. 156.