Пльзень-ҡала

Пльзень-ҡала (чех Okres Plzeň-město) — Чехия Республикаһы Пльзень крайындағы 7 райондың береһе булған Пльзень административ үҙәге Пльзендә торған ҡала-район. Пльзень ҡалаһының майҙаны 261,46 квадрат километрға тигеҙ. Ҡаланың халҡы — 191 525 кешегә тиң. Пльзень-ҡала районында 15 муниципалитет иҫәпләнә, шуларҙың 2-һе Пльзень ҡалаһында.

Географияһы

Ҡала-район Көньяҡ- Пльзень, Төньяҡ- Пльзень һәм Рокицани ҡалалары менән сиктәш тора.

Ҡала һәм уның халҡы

2009 йыл мәғлүмәттәре буйынса:

Ҡала Халыҡ
Пльзень 174 584
Стари-Пльзенец 4 748

Стари-Пльзенец 2007 йылдан алып Пльзень-ҡала районының бер өлөшө булып тора, быға тиклем ул Көньяҡ-Пльзень районы составына ингән була.

Барыһы Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр
191 525



(100 %)
97 702



(51,01 %)
93 823



(48,99 %)

1 квадрат километрҙың уртаса тығыҙлығы — 732 кеше; был райондағы халыҡтың 93,63 % ҡалала йәшәй. Бында йәшәгән кешеләрҙең 30 проценты етештереү сәнәғәтендә эшләй, ҡалған өлөшө халыҡты хеҙмәтләндереү, урман хужалығы сәнәғәте менән шөғөлләнә.

Категориялар